-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар , 09:55

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаға йомғаҡ яһалды

Еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҙҙы. Пандемия булыуға ҡарамаҫтан олимпиадала  ҡатнашыусылар һаны артҡан. Ойоштороусылар фекеренсә, был беренсе турҙың дистанцион форматта ойошторолоуы һәм теләге булған һәр уҡыусынының ҡатнаша алыуы менән бәйле. Олимпиада еңеүселәре башҡорт мәктәптәре, башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында билдәләнде.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаға йомғаҡ яһалды

Тантананы коронавирус пандемияһы менән бәйле, уҡытыусылар йомғаҡлау сараһын икенсе кабинеттан, онлайн форматта күҙәтте. Тамаша залында олимпиадала еңеү яҡлаған уҡыусылар ғына. 

Олимпиаданы ойоштороу форматы үҙгәреүе, баһалау сифатына ла йоғонто яһаған. Билдәле ғалимдарҙы, уҡытыусыларҙы берләштергән жюри һәр уҡыусының кимәлен ентекләп тикшергән, фәнде теоретик яҡтан үҙләштереү ҙә, тормошта, көндәлек телмәрҙә ҡулланыу һәләте лә иҫәпкә алынған.

Олимпиада еңеүселәре башҡорт мәктәптәре, башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында билдәләнә. улар араһында Башҡортостан мәктәптәре уҡыусылары ла, Силәбе, Ырымбур һәм башҡа төбәктәрҙән килгәндәр ҙә бар.

Ойоштороусылар фекеренсә, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһы ябай ярыш ҡына түгел, ул туған телгә һөйөү, иғтибар тәрбиәләү сараһы ла, рухиәт байрамы ла булып тора. Олимпиадала ҡатнашыусыларҙың киләсәктә тел йәки әҙәбиәт менән бәйле һөнәр һайламауы ла бар, әммә иң мөһиме: улар тыуған иленең, теленең ысын патриоттары.

Башҡорт мәктәптәре уҡыусылары араһында еңеүселәр:
1 Яҡупова Сәлимә, Өфө ҡалаһы М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы, 9 класс
2 Шәрипова Ғәлиә, Ишембай районы Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты, 10 класс
3 Ҡыуатова Камила, Ф. Х. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы, 11 класс

Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе уҡыусылар араһында еңеүселәр:
1 Ҡарабаева Лиана, "СМАРТ" 2-се республика полилингваль күп профилле гимназияһы, 9 класс
2 Ғәзизова Дания, Өфө районы Шамонин ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе, 10 класс
3 Килмөхәмәтова Светлана, Әбйәлил районы Асҡар ауылы Таһир Күсимов исемендәге гимназияһы, 11 класс

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе уҡыусылар араһында еңеүселәр:
1 Шәйхетдинова Камила, Баҡалы районы Баҡалы ауылы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе, 9 класс
2 Сәйетғәлиева Эльвира, Борай районы Борай ауылы 2-се гимназияһы, 10 класс
3 Хәсәнова Рина, Өфө ҡалаһы 160-сы лицейы, 11 класс

1 Кирәев Радик, Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Аҡбаш урта дөйөм белем биреү мәктәбе, 9 класс
2 Шәмсетдинова Айлина, Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Яратҡол урта мәктәбе, 11 класс
3.Ҡасҡынов Рамазан, Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе урта мәктәбе, 9 класс
3.Төркмәнова Адель, Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районы Дауыт Юлтый ис. төп дөйөм белем биреү мәктәбе, 10 класс

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаға йомғаҡ яһалды
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА