+7 °С
Облачно
Яңылыҡтар
19 Января 2022, 05:42

1 февралгә тиклем ғариза бир

Алдан әҙерләү корпоратив үҙәге асыу өсөн ғаризаларҙы Ворлдскиллс (worldskills.ru) платформаһында 1 февралгә тиклем бирергә кәрәк.

1 февралгә тиклем ғариза бир1 февралгә тиклем ғариза бир
1 февралгә тиклем ғариза бир

2022 йылда Рәсәй Ворлдскиллс Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә 15 алдан әҙерләү корпоратив үҙәге асасаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектында (национальный проект «Производительность труда и поддержка занятости») ҡатнашыусылар 1 февралгә тиклем ғариза бирә ала.

“Бындай майҙансыҡ команданы уҡытыу һәм һөнәрҙең корпоратив стандартын эшләү өсөн предприятие эсендә булдырыла. Ул белгестәрҙе һөнәри яҡтан әҙерләүҙе тиҙләтәсәк һәм хеҙмәткәрҙәрҙең компетенцияһын баһаларға мөмкинлек бирәсәк тип күҙаллана. Үҙәкте булдырыу өсөн предприятиела команда төҙөп, кадрҙар әҙерләүҙә һәм ҡабаттан әҙерләүҙә өҫтөнлөклө талаптар теҙмәһен билдәләр кәрәк”, - тине  БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

2021 йылда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты сиктәрендә 15 алдан әҙерләү корпоратив үҙәге асылғайны инде.

“Алдан әҙерләү корпоратив үҙәге рационализаторлыҡты үҫтереүгә, белгестәрҙең иң яҡшы тәжрибәһен предприятиеларҙа ҡулланыуға, персоналды баһалауға, һөнәр оҫталығын күтәреүҙә адреслы программаларға булышлыҡ итеүҙә һөҙөмтәле буласаҡ”, - тип белдерҙе Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығының (Рәсәй Ворлдскиллс) генераль директоры Роберт Уразов.

20 мартта Алдан әҙерләү корпоратив үҙәген булдырыу өсөн ғаризаларҙы яҡлау үтәсәк. Еңеүселәр апрель айында билдәләнәсәк. Рәсәй Ворлдскиллс эксперттары илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә үҙәктәрҙең эшен ойошторорға ярҙам итәсәк, кәрәкле алымдар тураһында һөйләйәсәк. 2022 йылдың аҙағына Рәсәйҙә Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов кураторлығында “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты сиктәрендә 30 үҙәк эшләйәсәк.

Компетенцияларҙың корпоратив үҙәген асыу “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектының адреслы ярҙам һөҙөмтәлелеген нығытырға мөмкинлек бирә. Үҙәктәр эш урындарына аудит үткәрергә, станок йәки компьютер артындағы хеҙмәткәргә һөҙөмтәле эш өсөн нимә етмәгәнлеген аңларға ярҙам итә. Шулай уҡ бындай үҙәктәр кадрҙарға ҡытлыҡ шарттарында, бигерәк тә эшсе һөнәрҙәр етешмәгәндә, предприятие базаһында һөнәр стандарттарына ярашлы ҡабаттан әҙерләүҙәр үткәреүҙә файҙалы буласаҡ.

Алдан әҙерләү корпоратив үҙәге асыу өсөн ғаризаларҙы Ворлдскиллс (worldskills.ru) платформаһында 1 февралгә тиклем бирергә кәрәк.

Фото: БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас