+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар 2022, 14:07

Бик тәмле һәм еңел бешерелә торған торт.

Ҡамыр өсөн:Он - 2 стакан (250гр),Һөт - 2 стакан (400мл),Какао - 5 аш ҡалағы,Шәкәр - 1 стакан,Разрыхлитель - 4 бал ҡалағы.

Бик тәмле һәм еңел бешерелә торған торт.
Бик тәмле һәм еңел бешерелә торған торт.
Ҡамыр өсөн:
🍰Он - 2 стакан (250гр),
🍰Һөт - 2 стакан (400мл),
🍰Какао - 5 аш ҡалағы,
🍰Шәкәр - 1 стакан,
🍰Разрыхлитель - 4 бал ҡалағы.

Крем өсөн:
🍰hөт - 2 стакан
🍰йомортkа - 1
🍰шәкәр - 1 стакан
🍰Он - 3 аш ҡалағы.

Глазурь өсөн:
🍰1 плитка шоколад,
🍰5 аш kалағы аk май.

Бисквит
kоро ингредиентарҙы бергә kушып бутайбыҙ (он, какао, шәкәр, разрыхлитель). Яkшы итеп бутағас, өҫтөнә эҫҫе Һөт kойоп бутайбыҙ. Әҙер kамырҙы майланған таваға koйоп духовка ла 30-35 мин бешереп алабыҙ. Духовканың градусы 180.

Крем өсөн: йомортkа, шәкәр, он бергә бутайбыҙ. Һөттө kайнатабыҙ Һәм өҫтөнә йомортkалы смесь ҡоябыҙ. Венчик менән kуйырғансы болғатып торабыҙ. Яй ғына утта kaйнатабыҙ. Крем kуйырыу менан утты hүндерәбеҙ.

Глазурь:
шоколад hәм майҙы микроволновкала эретәбеҙ. (шоколад ваҡ итеп туралған, май бүлмә температураһын да)

Тортты йыйыу: бисквитты 2 өлөшкә бүләбеҙ, араһына крем, өҫтөнә глазурь.
 
Автор:Файҙалы кәңәштәр
Читайте нас: