-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2022, 08:27

Мәктәптәрҙә кинодәрестәр үткәреләсәк

Проектҡа индерелгән фильмдар макулатура йыйыуҙан килгән аҡсаға төшөрөлгән.  

Мәктәптәрҙә кинодәрестәр үткәреләсәк
Мәктәптәрҙә кинодәрестәр үткәреләсәк
Проектҡа индерелгән фильмдар макулатура йыйыуҙан килгән аҡсаға төшөрөлгән.  
 
190 мәктәптә кинодәрестәр үткәрелә

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2025 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһында тәрбиәне үҫтереү стратегияһында һәм Рәсәй Федерацияһының милли именлек стратегияһында билдәләнгән маҡсаттарға һәм бурыстарға ярашлы, республикала былтырҙан алып “Рәсәй мәктәптәрендә кинодәрестәр” бөтә Рәсәй проекты тормошҡа ашырыла.

Башҡортостанда проектҡа 15 муниципалитеттан 190 дөйөм белем биреү ойошмаһы ҡушылды. Проектҡа индерелгән ҡыҫҡа метражлы һәм тулы метражлы нәфис фильмдарҙың барыһы ла макулатура йыйыуҙан килгән аҡсаға төшөрөлгән. Мәҫәлән, 2019 йылда республикала ҡыҫҡа метражлы “Ел йыры” фильмы, ә 2021 йылда башҡорт эпосы нигеҙендә “Батыр” нәфис фильмы төшөрөлгән.

Проекттың маҡсаты – 2030-2040 йылдарға яҡшы этика сифаттарына, кино сәнғәте саралары буйынса юғары социаль һәм интеллектуаль компетентлыҡ кимәленә эйә булған йәштәр тәрбиәләү. Ул Рәсәй Федерацияһының стратегик һәм норматив документтарында билдәләнгән маҡсаттарға ярашлы тормошҡа ашырыла һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” һәм “Мәғариф” милли проекттары (национальные проекты “Культура” и “Образование”) бурыстарын үтәүгә йүнәлтелә.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: education.bashkortostan.ru/presscenter/news/429256/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-02-09/190-m-kt-pt-kinod-rest-r-tk-rel-2685935 

Автор: "Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас