+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2022, 13:42

Мөғжизәле донъя

Микки Маусты уйлап сығарыусы режиссер У. Дисней ғүмере буйы сысҡандарҙан ҡурҡҡан.

Мөғжизәле донъя
Мөғжизәле донъя

Микки Маусты уйлап сығарыусы режиссер У. Дисней ғүмере буйы сысҡандарҙан ҡурҡҡан.

 

Альберт Эйнштейн өс йәшенә тиклем бөтөнләй һөйләшмәгән, ете йәшендә лә телмәре үҫешмәгән була. Уҡытыусылары уға бер ниндәй ҙә өмөт бағламай.

 

Бетховен ғүмеренең аҙағына тиклем һандарҙы ҡабатларға өйрәнә алмай.

 

Ҡалала ултыртылған ағастар уртаса һигеҙ йыл йәшәй.

 

Ирандың флагында 22 тапҡыр “Аллаһу әкбәр” тип яҙылған.

 

Бесәй таҙалыҡ яратҡан өсөн генә түгел, тынысланыу өсөн дә йыуына. В витаминына бай йөнөн ялау уны стрестан ҡотҡара.

 

Сәс бөртөгөндә 14 төрлө элемент, шул иҫәптән алтын да бар.

 

Ныҡ илағанда күҙҙәрҙән бер минутта ике бал ҡалағындай йәш сыға.

Ә бына ҡайын көнөнә  биш литрға тиклем “йәш”, йәғни һут бүлеп сығара.

 

Мексикала үҫкән бер сәскә тәүлегенә бер нисә тапҡыр төҫөн үҙгәртә. Таңды ул аҡ төҫтә ҡаршылай, унан ҡыҙылға әүерелә, кискә табан зәңгәрләнә һәм аҙаҡ ҡара төҫкә инә.

Төндә йәнә аҡ төҫтә була.

 

Аҡ айыу нерпаны тотор өсөн боҙҙағы тишектәр янында сәғәттәр буйы ҡарауыллап ултыра. Ҡарайып торған танауы күренмәһен өсөн айыу уны тәпәйе менән ҡаплай.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас