0 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
11 Февраля 2022, 05:11

“Аманат” журналының 2-се һанына күҙәтеү

Сәләм, дуҫтар! “Аманат”тың февраль һанын беҙ район, ҡалаларға тиҙҙән оҙатасаҡбыҙ. Был һанда беҙ һеҙҙе ниндәй ҡыҙыҡлы мәҡәләләр менән шатландырмаҡсыбыҙмы? Әйҙәгеҙ һуң, өр-яңы һанға күҙ һалып үтәйек.

“Аманат” журналының 2-се һанына күҙәтеү“Аманат” журналының 2-се һанына күҙәтеү
“Аманат” журналының 2-се һанына күҙәтеү

“Мин донъяны һүрәтләйем” конкурсына күп эштәр алдыҡ. Был һанда шуларҙың иң яҡшыһы тип табылғандары баҫылып сыҡты. Ә “Ижад ҡомары”нда Нурислам Маликовтың “Тәкүш” тигән әкиәте донъя күрҙе.

Алһыу Хәлитованың “Иләү” тип аталған хикәйәһе донъя күрҙе. Был һанда Әҡлимә инәйҙең нимәгә илағанын, малайҙар һәм ҡыҙҙар ниндәй ҙур эш башҡарғанын белгегеҙ килһә, журналды ҡулығыҙға алыу менән уҡып сығырһығыҙ. Килештекме?

Был һанда  “Егетлек мәктәбе” рубрикаһында  “Йөрәге лә, бауыры ла башҡорт Кәримдең” исемле мәҡәлә донъя күрҙе. Бәләкәй генә 5 йәшлек Кәрим батыр булырға хыяллана.  

“Башҡорттар –батырҙар! Мин – батыр! Минең бауырым да – батыр, йөрәгем дә батыр, хатта башым да – батыр, аяғым да – батыр!”- ти ул.

Журналыбыҙҙың постерында был айҙа “Башҡортостан гүзәле -2021”, “Ҡарһылыуҡай 2021”, “Мисс һәм Мистер балҡыш” конкурстарында гран-при яулаған, шулай уҡ “Мисс Останкино” конкурсында “Лейбл принцессаһы LX/ qroup” титулына лайыҡ булған Регина Хужина менән танышырһығыҙ.

“Шаҡай һылыуы” титулын был юлы кем яуланы икән? Сер һандығын бер аҙ аса биреп ҡуябыҙ – был матурҡай Баймаҡ районы ҡыҙы ул! Һылыуҡайҙар тураһында беҙҙең сайтта мәғлүмәт сыҡты-сығыуын, журналда ла улар менән танышырға мөмкин буласаҡ.

Шулай уҡ журналыбыҙҙа “Совхоз директоры малайын үҙемә ҡаратып алдым”...”Блогер булыу ауырмы?” исемле бик ҡыҙыҡлы мәҡәләләр донъя күрҙе. Тиҙерәк журнал килеп етһен дә, асып уҡырға ғына ҡала!

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас