+6 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2022, 12:03

Ай, һылыу!

 Дуҫтар! Һеҙҙе “Буранай һылыуҙары” менән таныштырабыҙ: Элиза  Колhарина, Милена Котоева, Әминә Әбсәләмова, Сөмбөл Иҫәнюлова,  Зәлиә Яҡупова.

Ай, һылыу!
Ай, һылыу!

Элиза  Колhарина. Өфө kалаһынан. “Миңә – 7 йәш. Фатима Мостафина исемендәге 20-се башkорт гимназияhының 1-се синыфында уkыйым. Фортепиано, каратэ түңәрәктәренә йөрөйөм, математика, әлифба дарестарен яратам өйрәнәм. Шулай уҡ йырларға, бейергә лә дәртлемен. Буш ваkытымда китап уkыйым, йәнһүрәт kарарға яратам”.

 

Милена Котоева.  Йылайыр районының Йылайыр ауылынан. “Миңә – 8 йәш. Буш ваҡытымда китаптар уҡыйым, һүрәт төшөрәм, саф һауала әхирәттәрем менән уйнайым. Өйҙө лә бөхтә тоторға яратам. Гөлдәргә һыу һибәм, туҙан һөртөп, иҙәндәрҙе лә көн һайын йыуып алам”.

 

Әминә Әбсәләмова. Хәйбулла районының Татыруҙәк ауылынан. “Миңә – 5 йәш. Балалар баҡсаһына йөрөйөм. Бейергә, йырларға, һүрәт төшөрөргә, “Тик-ток”та ҡыҫҡа ғына видеолар төшөрөргә яратам. Буш ваҡытымды ҡустым, апайым менан уйнап үткәрәм. Әсәйемә төрлө тәмлекәстәр бешерергә ярҙамлашам”.

 

Сөмбөл Иҫәнюлова.  Хәйбулла районының  Иҫәнгилде ауылынан. “Миңә – 7 йәш. Быйыл 1-се синыфҡа уҡырға барҙым. Иң яратҡан шөғөлөм һүрәт төшөрөү, китаптар уҡыу һәм шиғырҙар ятлау. Өйҙә әсәйемә лә ярҙамлашырға онотмайым”.

 

Зәлиә Яҡупова. Белорет районының Аҙнағол ауылынан. “6 йәштәмен. Һүрәт төшөрөргә, йырларға яратам. Ауыл сәхнәһенә сығып бейей, төрлө концерттарҙа ҡатнаша торғас, ниһайәт, оялсанлығымдан арына башланым. Апайым менән тик-токта төшәбеҙ. “Аманат” журналын яратып уҡыйым, мәктәпкә, 1-се синыфҡа барырға әҙерләнәм”.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: