-18 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль 2022, 15:30

Бөгөн билдәле әҙибә Лира Яҡшыбаеваға 75 йәш!

Лира Миңләхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева 1947 йылдың 15 февралендә  Ғафури районының  Сәйетбаба ауылында тыуған. 1970  йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1992 йылдан Сибай ҡалаһының мәктәп-интернатында, 1997-2002 йылдарҙа 13-сө башҡорт урта мәктәбендә эшләй. Лира Яҡшыбаева проза өлкәһендә эшләй. 2009 йылда «Мөжәүир хәҙрәт» әҫәре өсөн Рамазан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, 2011 йылда ғалим-лингвист Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш» китабы өсөн Ж. Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәре, «Шоңҡар» журналы лауреаты.

Бөгөн билдәле әҙибә Лира Яҡшыбаеваға 75 йәш!
Бөгөн билдәле әҙибә Лира Яҡшыбаеваға 75 йәш!

Лира Яҡшыбаева уҡыусыларға  «Ауыл ҡатыны», «Сәйер бүләк», «Бөтәбеҙгә бер Ер шары», «Мөжәүир хәҙрәт», «Табын иле изгеләре», «Ғабдулла Сәйеди», «Зәйнулла ишан», «Әүлиәләр аманаты», «Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш», «Вәрәҙекүл аҡсарлағы», «Ашҡаҙар вальсы», «Халҡыбыҙ изгеләре» китаптары аша таныш.

Лира Яҡшыбаева күренекле дин әһелдәре хаҡында “Халҡыбыҙ изгеләре”, “Әүлиәләр аманаты” тигән китаптар сығарып, унда Ғабдулла Сәиди, Сабир Халиҡов, Әбйәлил ишан, Ғатаулла ишан, Шәмсетдин хажи, Ғиниәт мулла, Мөхәмәтша муллалар хаҡындағы хәтирәләрҙе тергеҙҙе һәм хеҙмәте менән халҡыбыҙҙың оло ихтирамын яулап ҡына ҡалманы, изгеләребеҙ рухтарының фатихаһын алыуға ла өлгәшкәндер, моғайын.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: