-15 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2022, 10:42

Башҡорт һылыуҡайы Эльмира Шәйехова беренсе вице-мисс исеменә лайыҡ

Башҡорт һылыуҡайы Эльмира Шәйехова «Global Model of the World - 2022» конкурсында беренсе вице-мисс исеменә лайыҡ булды.

Башҡорт һылыуҡайы Эльмира Шәйехова беренсе вице-мисс исеменә лайыҡ
Башҡорт һылыуҡайы Эльмира Шәйехова беренсе вице-мисс исеменә лайыҡ

Мәскәүҙә Global Model of the World - 2022» Халыҡ-ара гүзәллек конкурсы уҙҙы.

Утыҙ ҡыҙ милли кейемдәрҙә дефиле, һыу инеү кейемендә сығыш, киске күлдәктәрҙә дефиле, дөйөм бейеүҙә үҙ көсөн һынаны. Шулай уҡ улар үҙ төбәге йәки иле менән таныштырҙы.

Башҡортостан исеменән сығыш яһаған Эльмира Шәйехова «Беренсе вице-мисс» исеменә лайыҡ булды. Һылыуҡай затлы таж, халыҡ-ара матурлыҡ конкурсына саҡырыу, бүләктәр һәм т«Останкино» медиа-мәктәбендә уҡыу мөмкинлеген алды. Эльмираға 22 йәш, ул «Башҡортостан Республикаһы һылыуҡайы - 2018» титулына эйә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-02-17/bashkirskaya-krasavitsa-elmira-shaihova-stala-pervoy-vitse-miss-na-global-model-of-the-world-2697102

Автор: ИА "Башинформ"
Читайте нас