+17 °С
Облачно
Яңылыҡтар
18 Февраля 2022, 10:37

Сәпит

– Әйҙә балыҡҡа, Иҙел буйына! – тип ҡысҡыра бер көндө ике туған ағайым Рәфил. Рәфил ағай менән беҙҙең атайҙарыбыҙ бер туған, күрше йәшәйҙәр. Ул инде һигеҙенсе синыфты тамамланы, ә  мин иһә бишенсе классты бөтөрөп, алтынсыға барам. Ағайым уҡыуҙы бик ырата алмаһа ла, белмәгәне юҡ! Ул ҡышын ҡуянға, йәй көнө балыҡҡа йөрөргә лә әүәҫ. Ҡайһы саҡта минелә үҙе менән йөрөтә. Көндәлегенә ҡарағанда уҡыуға әллә ни барымы юҡ, физкультуранан ғына “Бишлеләр”.

СәпитСәпит
Сәпит

Харис Шарипов.

Сәпит.

– Әйҙә балыҡҡа, Иҙел буйына! – тип ҡысҡыра бер көндө ике туған ағайым Рәфил. Рәфил ағай менән беҙҙең атайҙарыбыҙ бер туған, күрше йәшәйҙәр. Ул инде һигеҙенсе синыфты тамамланы, ә  мин иһә бишенсе классты бөтөрөп, алтынсыға барам. Ағайым уҡыуҙы бик ырата алмаһа ла, белмәгәне юҡ! Ул ҡышын ҡуянға, йәй көнө балыҡҡа йөрөргә лә әүәҫ. Ҡайһы саҡта минелә үҙе менән йөрөтә. Көндәлегенә ҡарағанда уҡыуға әллә ни барымы юҡ, физкультуранан ғына “Бишлеләр”.

Ағайым хаҡында хатта көләмәс тә йөрөй: бер ваҡыт физика дәресе бара икән,  “Рәфил таҡтаға сыҡ!” – тип саҡыра уҡытыусы.

– “Йәйәүме?” – тип һорай иң артҡы партала ултырған ағайым.

– “Юҡ, хәҙер артыңдан такси ебәрәм” – тип яуаплай икән уҡытыусы Тәлғәт ағай.

Рәфил синыф  алдына сығып баҫа. “Йә, Рәфил, әйт әле, нимә ул молекулалар?” – тип һорай Тәлғәт ағай.  Иң бәләкәй төшөнсәләр, тип әйтәһе урынға, Рәфил уйланып тора ла: “Молекулалар –  ер аҫтында ҡатып ҡалған нәмәләр” – тип яуаплай. Бөтә класс тәгәрәп көлә. Тәлғәт ағай: “Эх, һин Молекула, молекула түгел, һиңә “ике кула!” – ти ҙә “икеле” сәпәй.

Иртәнге тамаҡ ашағас, алмағас  төбөнән селәү ҡаҙып алдыҡ та, киттек  Ағиҙелгә табан. Йылға ауылдан йыраҡ ҡына Туғай юлынан барырға кәрәк.

Рәфил ағайым ауыл тирәһендәге һәр урындың атамаһын белә:  Бынау урын,  ти ул -  Ғәбиҙә әбей ҡыуағы. Тегендәрәк, ҡарағат үҫкән ер  - Йәнгилде, тип атала. “Анау, ауыл артындағы тауҙың исемен беләһеңме?” – тип һорай ағайым.

– Беләм әлбиттә, Һәбилә тауы.

– Ә тауҙың ни эшләп шулай аталғанын беләһеңме һуң?

– Юҡ, -  тинем мин.

– Белмәһәң? белеп ҡуй, Һәбилә – беҙҙең атайҙарыбыҙҙың атаһының, әсәһенең исеме. Ырымбур яғынан беҙҙең олатайыбыҙға килен булып төшкән.

Һәбилә өләсәйебеҙ бик тә уҡымышлы кеше булған. Яҙһайын ауылдың ҡатын-ҡыҙҙарын йыйып, ана шул тауҙа байрам үткәргән. Шунан һуң тауҙы “Һәбилә тауы” – тип йөрөтә башлағандар.

– “Тыңла көләмәс” – ти ул бара биргәс.

– Бер эт, кистән икенсе эткә килгән, ти: “Ҡара әле дуҫ! Һинең иртәгә бик мөһим эшең юҡмы? – тип һораған

– “Юҡ” тигән тегеһе.

– Нишләп?

– Һиңә бер үтенес бар ине, иртәгә минең хужа, көнө буйы сүп түгә, шуның атына эйәреп йөрөргә кәрәк ине, мин үҙем бушамайым, - тип әйтә ти. Мин, күҙ алдыма килтереп, көлөргә тотондом. Һөйләшеп килә торғас, Ағиҙел дә күренде.

Ағайым, ҡайҙандыр ишеткән йырын йырлап та ебәрҙе:

“Алдыр Иҙел буйҙары ла,

Гөлдөр Иҙел буйҙары.

Иҙел буйҙарында үтте

Минең йәшлек йылдарым”.

Беҙҙең яҡлап йылға яры текә, етмәһә өйәңкеләр, ҡуйы таллыҡ ҡаплаған.

Беҙ, балыҡ  тоторға уңайлы урын эҙләп, яр буйлап киттек. Тал төбөндә бер нәмә ялтырап күренде. “Сәпит” – тип ҡысҡырып ебәрҙем мин. Кем сәпит менән килде икән? Янында хужаһы күренмәй. Аптырап ҡалдыҡ: кемдеке булыр икән?

– Беҙҙең тирәлә ауылда яңы велосипед алған кеше күренмәне былай, - ти ағайым. -Был моғайын һалсыларҙыҡылыр. Уларҙың береһе онотоп ҡалдырғандыр.

Яҙғы ташҡын ваҡытында Ағиҙелдән бүрәнә ағыҙалар. Һал ағыҙыусылар, һыу ҡайтҡас, яр буйҙарында тороп ҡалған бүрәнәләрҙе һыуға төшөрә. Ғәҙәттә улар катер менән йөрөй. Байтаҡ ваҡыт үтте, сәпит хужаһы күренмәне.

– Ярар, - ти ағай.- Бик булмаһа йәшереп торайыҡ та, ҡайтҡанда алып ҡайтырбыҙ, һин йөрөрһөң.

– Юҡ, кәрәкмәй, -тип ҡаршы төштөм. Хужаһы ауыл буйлап эҙләп йөрөһә. Ағайым, сәпитте ҡуйы таллыҡ араһына керетеп тә ҡуйҙы.

– Әйҙә ваҡыт үтә анауы бөгөлдә балыҡ ҡаба торған.

Беҙ, яр буйлап артабан киттек.

Күпме генә ҡармаҡтарыбыҙҙы ырғытһаҡ та дүрт алабуға менән өс ҡыҙылгүҙҙән башҡа балыҡ эләкмәне.

– Әйҙә, ҡайтайыҡ, -ти, ағайым, -юҡ менән булышмайыҡ, селәү ҙә бөттө, асыҡтыра ла башланы. Ҡармаҡтарыбыҙҙы йыйҙыҡ та, килгән юлыбыҙҙан ҡайтырға сыҡтыҡ.

Тал төбөндә бер малай сеңләп илап ултыра. Беҙ яҡыныраҡ барҙыҡ, ауылдың үрге осонда йәшәгән Фәрит булып сыҡты. Ул минән бер йәшкә йәшерәк.

– Нимә булды, Фәрит? Нишләп илап ултыраһың? – тип һораны ағайым.

– Сәпитемде юғалттым, ошонда ғына ҡуйғайным, атайым яңы ғына алғайны, -тип һыңҡылданы Фәрит. Беҙ ағайым менән бер-беребеҙгә ҡараштыҡ. Тимәк сәпит Фәриттеке.

– Сәпит ниндәй ине? Ниндәй төҫтә? – тип һораған булды ағайым.

– “Урал” тигән, зәңгәр төҫтә ине, ошонда ғына ҡуйып, селәү эҙләп киткәйнем, хәҙер өйҙә нимә тип әйтәм инде,- тип тағы илай башланы.

– Ярай, илама, ти, ағайым. Сәпитеңде беҙ күрҙек, һинеке икәнен белмәнек, йәшереп ҡуйҙыҡ тине лә таллыҡ араһынан велосипедтыкилтереп тә сығарҙы. Башҡаса сәпитеңде теләһе ҡайҙа ҡалдырып йөрөмә.

– Рәфил ағай рәхмәт! – тине лә Фәрит тағы илап ебәрҙе. Тик был юлы шатлыҡтан.

Был ваҡиғанан һуң күп һыуҙар аҡты. Рәфил ағайым ҡаты сирҙән вафат булып ҡалды. Фәрит, нефтсе булып китте. Мин иһә Өфөлә, йырсылыҡҡа уҡып, филармонияла эшләйем. Гастроль менән Себер тарафтарына ла барып сыҡтыҡ. Бына Нижневартовск ҡалаһындабыҙ. Ҙур концерт залы, яҡташтарыбыҙ менән шығырым тулы. Һәр йырға алҡышлайҙар, сәскәләр бирәләр. Бер мәл сәхнәгә алпан-толпан атлап, айыуҙай кәүҙәле бер уҙаман менеп килә.Күкрәгенә “Почет” ордены таҡҡан. Мин, уны танып микрофонға: “Фәрит! Ауылдаш! – тип ҡысҡырып ебәрҙем. Ҡосаҡлашып күрештек. “Бына, орден тағып, ҙурлап ҡуйҙылар” – ти ул.Мәскәүҙән әле генә ҡайтып төштөм, концерттан һуң барығыҙҙы ла үҙемә саҡырам” – тине ул.

Сығышыбыҙҙы тамамлағандан һуң, бөтә төркөмөбөҙ менән Фәриттең иркен фатирында ҡунаҡ булдыҡ. Орден алыуы менән ҡотланыҡ. Тыуған ауылды, шулай уҡ сәпит ваҡиғаһында иҫкә төшөрҙөк.

Автор:Харис Шарипов
Читайте нас