-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Февраль 2022, 16:45
2

Ҡыш көнө ниндәй шарттарҙа физкультураны тышта үткәрергә мөмкин?

СанПиН нор­маларына яраш­лы, 12 йәш­кә тиклем­ге балалар елһеҙ көн­дө, 9 градусҡа тиклем һалҡын­да, саңғыла йөрөргә мөмкин. Әгәр ел булһа, тиҙлегенә ҡарап, 3 градус һы­уыҡта рөх­сәт ителә.

12-13 йәш­лек уҡыусылар тымыҡ көн­дө, 12 градус һы­уыҡта йөрөй ала. Ел­дең тиҙлеге секун­дына 10 мет­рға етһә, 8 һәм 5 градус һы­уыҡта саңғы тағырға мөмкин.

14-15 йәш­лек үҫмерҙәр тымыҡ көн­дө,15 градус һы­уыҡта тыш­та шөғөл­ләнергә мөмкин. Ел булһа – 12 һәм 8 градус һалҡынға тиклем.

16-17 йәш­лек үҫмерҙәр елһеҙ көн­дө – 16, ел булған­да – 15, 10 градус һы­уыҡта саңғыла йөрөй ала. Ел­дең тиҙлеге секун­дына 10 мет­рҙан ар­тһа, дәрес тыш­та үт­кәрел­мәй.

Саф һау­ала үт­кән дәрескә нисек дөрөҫ итеп кейенергә һуң? Мах­сус еңеләйгән өҫкө кейем кәрәк: ел үт­кәр­мәй торған кур­т­ка, йылы дым үт­кәр­мәй торған  спор­т салбары, йылы эске кейем, спор­т баш­лығы, бейәләйҙәр йәки мах­сус бирсәт­кәләр, йөн ойоҡтар. Саңғы ботинкаһы иркен, йомшаҡ һәм дым үт­кәр­мәй торған булырға тейеш. Саңғы оҙон­лоғо саңғысының буйына тура килергә тейеш. Саңғы таяҡтары буйына һәм а­уыр­лығына тап килеп, яурынға етеп торһа, дөрөҫ һай­ланған тип һанала. Пластик саңғының табанын, нин­дәй генә һау­а температураһы булһа ла, мах­сус парафин менән май­лап торорға кәрәк.

Автор: Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас