-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Февраль 2022, 10:29

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

"Аманат" журналының "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөндә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға һәм Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған конкурсҡа йомғаҡ яһарға ла ваҡыт етте. Конкурсҡа тип Башҡортостаныбыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан ебәрелгән хаттар яуып ҡына торҙо. Шуға күрә еңеүселәрҙе лә һайлап алыуы бик еңелдән булманы.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Шулай итеп беҙҙең еңеүселәребеҙ: Сибай ҡалаһының "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе  Вилена Ҡаһарманова (етәксеһе Ташбулатова Әлфиә Әдиф ҡыҙы), Өфө ҡалаһының 128-се мәктәптең 6-сы синыф уҡыусыһы Вилдан Абдуллин, Күмертау ҡалаһының 3-сө Башҡорт республика гимназия интернатының 11"Б" синыфы уҡыусыһы Гөлсәсәк Шәрипова, Бөрйән районының Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 11"В" синыфы уҡыусыһы  Гөлназ Биргәнова, Ейәнсура районының Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева исемендәгә Башҡорт гимназия-интернатының 3 синыф уҡыусыһы Йәмил Күсәков, Баймаҡ ҡалаһының 4-се һанлы лицейының 5 "Б" синыфы  уҡыусыһы Айгүзәл Зәйнуллина, Ғафури районының Н. А. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 9-сы синыф уҡыусыһы Наҙгөл Ғәзизова, Йылайыр районының Матрай урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 1 синыф уҡыусыһы Илида Мәхиәнова, Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй мәктәбенең 3 синыф уҡыусылары, Әбйәлил районының Үргҽ Әбдрәш урта дөйөм бҽлҽм бирҽү мәктәбенең 7- се синыф уҡыусыһы  Раян Әхмәтов, Ханты-Манси автономиялы округындағы Түбәнге Сартым "йәкшәмбе мәктәбе" уҡыусыһы Йәмил Мөхәмәтйәров. 

Еңеүселәргә Рәхмәт кәлимәһе тапшырыласаҡ. Ҡотлайбыҙ һеҙҙе!!! 

 

Автор: “Аманат” журналы мөхәрририәте.
Читайте нас