Улар VI, VII синыфтарҙа белем ала. Тантанала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 29-сы махсус тәғәйенләнешле отряд командиры урынбаҫары Максим Пенчук та ҡатнашты.
– Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусылар! Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге VI, VII синыф уҡыусыларын ихлас сәләмләйем! Һеҙҙең менән осрашыуыма бик шатмын! Ҙур бейеклектәр яулауығыҙҙы, яҡшы уҡыуығыҙҙы, республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫеүегеҙҙе теләйем, – тине Радий Фәрит улы йәш шайморатовсыларҙы тормоштарындағы мөһим ваҡиға менән ҡотлап.
Максим Пенчук синыфтарға 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағының күсермәләрен тапшырҙы. Уҡыусылар шайморатовсылар антын бирҙе, "Шайморатов генерал" йырын башҡорт һәм урыҫ телдәрендә башҡарҙы.
Шайморатовсылар синыфтары республикала 2020 йылда асыла башлағайны. Математика, урыҫ теле, тарих фәндәренә һәләтле, физик яҡтан әҙерлеге яҡшы балалар ҡабул ителә. Уҡытыу процесында физика, математика, тарих, башҡорт һәм инглиз телдәре тәрәнәйтеп өйрәнелә, физик һәм башланғыс хәрби әҙерлеккә, патриотик тәрбиәгә ҙур иғтибар бүленә. Шайморатов исемендәге синыфта уҡыусылар уҡтан атыу, һыбай йөрөү, йөҙөү, көрәш менән дә шөғөлләнә.