-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Февраль 2022, 11:46
1

"Crazy Cake" бәлеше

Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ әле атай, олатай, ағайҙарға ошо тәмлекәсте бешереп һыйлайыҡ. 

"Crazy Cake" бәлеше
"Crazy Cake" бәлеше

Кәрәк буласаҡ:

* 2 стакан кефир;
* 2 стакан он;
* 1,5 стакан шәкәр;
* 6 аш ҡалағы какао;
* 4 балғалаҡ разрыхлитель;
* 3 йомортҡа.
Крем өсөн:
* 2 стакан һөт;
* 1 стакан шәкәр;
* 3 аш ҡалағы он;

* 1 йомортҡа.
Йомортҡа, шәкәр һәм кефирҙы яҡшылап бергә бутайбыҙ. Унан он, какао һәм разрыхлитель ҡушабыҙ. Әҙер ҡамырҙы табаға ҡоябыҙ һәм 180 градуста 40 минут бешерәбеҙ.
Крем әҙерләү өсөн айырым кәстрүлдә һөттө ҡайнатабыҙ. Табаҡта йомортҡаны он һәм шәкәр ҡушып туҡыйбыҙ. Әҙер массаны эҫе һөткә ҡоябыҙ. Туҡтауһыҙ болғата-болғата ҡуйырғансы бешерәбеҙ.
Әҙер бисквитан ике йә өс йәймә ҡырҡабыҙ. Өҫтөнә йылы кремды һөртөп ҡатлап һалабыҙ. Уны үҙегеҙ теләгәнсә биҙәй алаһығыҙ.
Сәйегеҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
 
Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас