-19 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Февраль 2022, 13:04

Ағайым менән ғорурланам!

Һаумыһығыҙ, “Аманат”ты яратып уҡыусы дуҫтарым! Минең исеме Разалия. Мин 5-се синыф уҡыусыһымын. Мин һеҙҙе Данил исемле ағайым менән таныштырғым килә. Уға 13 йәш, 7-се синыфта кадет класында уҡый. Ул унда үҙ теләге менән 3 -сө класта уҡ күсте. Минең уйымса, унда батыр йөрәкле, ҡыйыу, тырыш, үҙ маҡсатына ирешә торған егет-ҡыҙҙар ғына уҡый ала. Минең ағайым да шундай батыр, ҡыйыу, ярҙамсыл егет. Ул шундай етеҙ, бар ергә лә өлгөрә. Өй эштәрен дә тырышып эшләй, атайыма, әсәйемә лә ярҙамлаша, мине лә гел ҡурсалап, ҡайғыртып ҡына тора. Ағайым спорт менән дә шөғөлләнә. Ул шахмат, бокс түңәрәктәренә лә йөрөй. Районда үткән барлыҡ спорт ярыштарында ҡатнашып, урындар ала. Ә йәйен олатайыма бал ҡорттары ла ҡараша. Улар хәрби етәкселәре менән төрлө райондарға, ҡалаларға экскурсияларға баралар. Ағайым ике тапҡыр Мәскәү ҡалаһына барып ҡайтты. Уларҙы ысын һалдат итеп тәрбиәләйҙәр. Ағайым үҫкәс, Ҡотҡарыусы булырға хыяллана. Уның күңеле шундай изге, ул бар кешегә лә ярҙам итергә ярата. Мин ғорурланам, ағайым, һинең менән!

Туймазы районының Серафим 3-сө һанлы урта мәктәбе уҡыусыһы Разалия Кирилова.

Автор: Разалия Кирилова
Читайте нас: