+3 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
24 Февраля 2022, 07:16

“Булманы башҡорт ҡайҙарҙа, Ат эсерҙек яҙғы айҙа, Висла, Одер, Дунай тигән Алыҫ ярҙарҙа!”

2022 йылда "Аманат" журналының "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөндә 23 февраль – Ватанды һаҡлаусы көнө уңайынан конкурс иғлан иткән инек. Ҡатнашыу өсөн хәрби-патриотик темаға шиғыр, хикәйә, әкиәт ижад итеп, йәки мәҡәлә яҙып, #Мин_Ватанды_һаҡлаусы хештегы аҫтында үҙегеҙҙең диуарығыҙҙа урынлаштырырға кәрәк ине. Конкурсҡа килгән эштәрҙең иң яҡшы тип табылғандары, әҙәби талаптарға һәм конкурс шарттарына тап килгәндәре журнал биттәрендә, https://amanat.su сайтында, https://vk.com/amanatrb   бәйләнештә һәм https://ok.ru/bashamanat  синыфташтар селтәрҙәрендә донъя күрәсәк. Ә инде иң-иңдәре тип табылғандарына Рәхмәт кәлимәһе тапшырыла.  Шулай итеп беҙҙең еңеүселәребеҙ: Йылайыр районының Юлдыбай мәктәбе уҡыусыһы Нәғим Нәҙерғолов, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 8 "а" синыф уҡыусыһы Айназ Мәхийәнов, Туймазы районының Серафим 3-сө һанлы урта мәктәбе уҡыусыһы Разалия Кирилова. Ҡотлайбыҙ һеҙҙе!

“Булманы башҡорт ҡайҙарҙа, Ат эсерҙек яҙғы айҙа, Висла, Одер, Дунай тигән Алыҫ ярҙарҙа!”“Булманы башҡорт ҡайҙарҙа, Ат эсерҙек яҙғы айҙа, Висла, Одер, Дунай тигән Алыҫ ярҙарҙа!”
“Булманы башҡорт ҡайҙарҙа, Ат эсерҙек яҙғы айҙа, Висла, Одер, Дунай тигән Алыҫ ярҙарҙа!”

2022 йылда "Аманат" журналының "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөндә 23 февраль – Ватанды һаҡлаусы көнө уңайынан конкурс иғлан иткән инек. Ҡатнашыу өсөн хәрби-патриотик темаға шиғыр, хикәйә, әкиәт ижад итеп, йәки мәҡәлә яҙып, #Мин_Ватанды_һаҡлаусы хештегы аҫтында үҙегеҙҙең диуарығыҙҙа урынлаштырырға кәрәк ине. Конкурсҡа килгән эштәрҙең иң яҡшы тип табылғандары, әҙәби талаптарға һәм конкурс шарттарына тап килгәндәре журнал биттәрендә, https://amanat.su сайтында, https://vk.com/amanatrb   бәйләнештә һәм https://ok.ru/bashamanat  синыфташтар селтәрҙәрендә донъя күрәсәк. Ә инде иң-иңдәре тип табылғандарына Рәхмәт кәлимәһе тапшырыла.  Шулай итеп беҙҙең еңеүселәребеҙ: Йылайыр районының Юлдыбай мәктәбе уҡыусыһы Нәғим Нәҙерғолов, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 8 "а" синыф уҡыусыһы Айназ Мәхийәнов, Туймазы районының Серафим 3-сө һанлы урта мәктәбе уҡыусыһы Разалия Кирилова. Ҡотлайбыҙ һеҙҙе!

Автор:“Аманат” журналы мөхәрририәте.
Читайте нас