Үкенес...
Дәрес бара.Уҡытыусым һөйләй
Ауыр йылдар-һуғыш йылдарын.
Күҙ алдымда баҫа илау-һыҡтау,
Тетрәндереп күңел ҡылдарын.
Онотолоп китеп күҙем йомам,
Һәм инем мин үҙем һуғышҡа...
Бына окоп,пулеметтар ата
Уура!ҡысҡырып йүгерәм мин алға
Шартлау,ғәрәсәт,ут-өйөрмә,
Яралылар һанһыҙ-ярҙамға!
Эй,хоҙайым,был бит олатайым
Ә быныһы минең ҡартатай!
Ҡартатайым торҙо:Әйҙә алғаа!
Сабырһыҙҙар инде гел шулай...
Боролоғоҙ,үҙем барам,үҙем!
Һеҙ ҡайтығыҙ,һеҙҙе көтәләр...
Көн-төн тимәй тир түгәләр,
Һеҙ ҡайтыр тип өмөт итәләр!
Ишетмәйҙәр мине,күрмәйҙәр ҙә
Һаман атып алға баралар.
Эй,йүгерәм.Бына еттем инде...
Көслө шартлау!
Иҫемә киләм,уҡытыусым һөйләй
Ә күҙҙәре йәшкә мансылған.
Шыбырлайым үҙ алдыма ғына
Яугирҙәрҙән ғәфү үтенәм.
(Нәҙерғолов Нәғим,5 класс)