-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Февраль 2022, 10:08

Кеше хәтере-хәтирәләр сылбыры.

Йылдар үткән һайын, ваҡиғалар ҙа беҙҙән алыҫлаша. Әммә һуғыш тураһындағы ауыр хәтирәләр иҫтән сыҡмай, күңелдә һаҡлана. Һуғыш ветерандары - беҙҙең ғорурлығыбыҙ, даныбыҙ. Һуңғы ваҡыттарҙа һуғыш тураһында күп ишетергә тура килә, һәм был ҡурҡыныс хәбәрҙәр беребеҙҙе лә битараф ҡалдырмай. Шунлыҡтан мин дә төрлө хәтирәләргә бирелеп өләсәйем һәм олатайым менән был турала бик күп һөйләшәбеҙ, һуғыш батырҙарын иҫкә алабыҙ.

Кеше хәтере-хәтирәләр сылбыры.
Кеше хәтере-хәтирәләр сылбыры.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Ҡатай ауылынан һуғышҡа 450
кеше китә. Ҡарт олатайым Ҡыям Ҡәҙер улына ла һуғыш башланған
йылдың 10 сентябрендә 17 йәш тула һәм ул да икенсе көндө үк
һуғышҡа китеү теләген белдерә. Яу юлы Сталинград өсөн барған ҡаты
һуғыштарҙан башлана, Харьков, Кировоград, Кременчук ҡалаларын
азат итеүҙә ҡатнаша, Бессарабия, Румыния, Венгрияны азат итеп, Еңеү
көнөн Вена ҡалаһында ҡаршылай. Бер нисә тапҡыр яралана. Һуғыш
тамамланғас та Украинала бандеровсылар төркөмөн эҙәрлекләүҙә
ҡатнаша. Хеҙмәтен тамамлап, 1946 йылда ғына тыуған ауылына ҡайта.
Һуғыштың башынан аҙағына тиклем яу юлын үткән йәш егетте бригадир
итеп ҡуялар. Ауылдың сибәр ҡыҙы Сәйҙә менән тормош ҡороп ебәрә.
Ауылда яланғаслыҡ, аслыҡ хөкөм һөрә. Йәштәр Таджикстан яғына
сығып китәләр. Ҡыям Ҡәҙер улы һуғышҡа тиклем Ҡатай ете йыллыҡ
мәктәбен һәм Ҡорос мәтәбендә уҡыған була. Уның белем алырға теләге
көслө була. Ҡатыны һуғыш башланғансы Улан-Удэла рус мәктәбендә
10-сы класты тамамлаған була , һуғыш башланғас, атаһы ғаиләһен
тыуған ере – Ҡатай ауылына ҡайтара. Сәйҙә иренең уҡырға инеү
теләген хуплай. Ҡыям ҡарт олатай педучилищеға көндөҙгө бүлеккә
уҡырға инә. Шунда улдары, ҡыҙҙары тыуа. Шул уҡ ваҡытта ҡарт
өләсәй мәктәптә рус телен уҡыта. Тыуған ер, туғандар һағындыра, ара
йыраҡ. Улар яңынан Ҡатай ауылына ҡайталар.Ҡыям Ҡәҙер улы башта
башланғыс кластарҙы уҡыта, аҙаҡ хәрби дәрестәр алып бара. 38 йыл
мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сыға. 7 балаға ғүмер биреп, уларға белем
алырға, тормошта үҙ юлдарын табырға, ғаилә ҡороп балалар үҫтерергә
ярҙам итәләр. 56 йыл ҡулға-ҡул тотоноп, татыу ғаиләлә 12 ейән-
ейәнсәрҙәрен һөйөп-һөйөнөп йәшәне улар.
Ҡыям олатай һуғыш тураһында һөйләргә яратманы, кино ҡарағанда
ла илай-илай ҡарай торғайны, тип хәтерләйҙәр уның тураһында.
Районыбыҙҙа “Хәтер китабы”н төҙөүҙә лә әүҙем ҡатнашҡан ул, бик
матур һәм моңло итеп йырлаған, ауыл сәхнәһендә спектаклдәрҙә лә төп
ролдәрҙе башҡара торған булған.
Йәшлеге ауыр һуғыш йылдарына тура килеүенә ҡарамаҫтан, ҡарт
олатайым көслө ихтиярлы, маҡсатына ирешә торған, ауылда ҙур
ихтирам ҡаҙанған кеше булған. Әлеге көндә лә уны өлкән йәштәге
кешеләр, уның уҡыусылары Ҡарт олатайымды һәр саҡ иҫкә алалар. Беҙ
уны һағынабыҙ һәм уның менән ғорурланабыҙ.
Аэлита Ғәниева, Баҡалы ауылы,
Баҡалы 1-се мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.
Автор: Аэлита Ғәниева, Баҡалы 1-се мәктәбенең 7-се синыф уҡыусыһы.
Читайте нас