Яңылыҡтар
24 Февраля 2022, 08:16

Минең атайым!

Минең атайым, Мәхийәнов Марсель Мазһар улы,1977 йылдың ноябрь айында, Ғафури районы Үзбәк ауылында, ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Бала саҡтан уҡ ул бик тырыш булған, мәктәптә уҡығанда ла гел яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән.

Минең атайым!Минең атайым!
Минең атайым!

Минең атайым, Мәхийәнов Марсель Мазһар улы,1977 йылдың ноябрь айында, Ғафури районы Үзбәк ауылында, ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Бала саҡтан уҡ ул бик тырыш булған, мәктәптә уҡығанда ла гел яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән. Шулай эш яратып, бөтә ергә лә өлгөрөп,ата-әсәһенә һәр саҡ ярҙам итеп үҫкән атайым.Мәктәпте тамамлағас, Наумовка ауыл хужалығы техникумына уҡырға ингән.Техникумды тамамлағас та уны армия сафына алалар. Ике йыл буйы Биробиджан ҡалаһында хеҙмәт итә ул. Армиянан ҡайтҡас, Өфө ҡалаһында участка милиционеры булып эшләй башлай. Шул уҡ ваҡытта махсус юғары уҡыу йорто- Өфө юридик институтына ситтән тороп уҡырға инә. Ошо ваҡыттарҙа ул әсәйем менән таныша һәм улар өйләнешеп, донъя ҡороп ебәрәләр. Өфөлә дүрт йыл йәшәгәс, ғаилә башлығын тыуған яғы үҙенә тарта башлай һәм улар Ғафури районы Красноусол ауылына ҡайтырға булалар.

Тәжрибә туплап өлгөргән атайымды ҡушҡуллап Юл дәүләт инспекцияһына эшкә алалар. Ун биш йыл эсендә ул үҙенең тырышлығы менән коллегалары һәм район халҡы алдында ҙур хөрмәт яуланы. Һуңғы ике йылда атайым тыл начальнигы булып хеҙмәт итә.Әлеге ваҡытта ул Чечня республикаһында командировкала.

Мин атайым менән бик ныҡ ғорурланам һәм уның иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәм.

Автор:Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 8 "а" синыф уҡыусыһы Айназ Мәхийәнов
Читайте нас