+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Март 2022, 16:19

"Урал балалары тауышы" республика йәш сәсәндәр конкурсы башлана

"Урал балалары тауышы" республика йәш сәсәндәр конкурсының I турына ғаризалар ҡабул ителә башлаған.

"Урал балалары тауышы" республика йәш сәсәндәр конкурсы башлана
"Урал балалары тауышы" республика йәш сәсәндәр конкурсы башлана

Бәйгелә ҡатнашыу өсөн 16 мартҡа тиклем башҡорт эпостарынан өҙөк ятлап,  NDVNovikov1981@mail.ru электрон адресына 4 минутлыҡ видео ебәрергә кәрәк. Тәүге тур онлайн режимда үтә. Башҡорт телендә, диалектта ла һөйләргә мөмкин. Милли кейемдә булыу мотлаҡ. Эпик әҫәрҙәр һамаҡлап әйтелергә тейеш.

"Урал балалары тауышы" бәйгеһенең II туры 11 - 12 апрелдә Сибай ҡалаһында буласаҡ. Еңеүселәр 7 - 10, 11 - 14, 15 - 18 йәшлектәр араһында айырым билдәләнәсәк. 

Конкурста ҡатнашырға теләһәгеҙ, уның шарттары менән ошо һылтанма аша үтеп, ентекләберәк танышығыҙ: https://rcntrb.com/ru/dokumenty/polozheniya-festivalej-i-konkursov.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас