Бер мәл Фәриҙә апайымдың улы Наил уҡыу йылын тамамлап, өйгә ҡайтып инә. Ишбулды еҙнәм кәртәлә ниҙер эшләп йөрөй икән. Наил кәртәгә килеп ингәс, еҙнәм:
– "Йә, нисек, улым, бишенсе синыфҡа күстеңме?" – тип һорай икән.
Наиль бер һүҙ ҙә өндәшмәй тик тора, ти. Атаһы ҡабат-ҡабат һорһа ла, малай бер һүҙ өндәшмәй ҙә өндәшмәй икән. Атай кеше ҡыҙғандан-ҡыҙа барып, бер һүҙ ҙә әйттерә алмағас, ҡайышын сисеп алып, Наилды арыу ғына һыҙырып ташлаған. Әммә малай барыбер бер һүҙ ҙә өндәшмәй, өйгә йүгереп инеп киткән. Апайым илап ятҡан улы янына килеп:
–"Атайың һорағас ниңә өндәшмәйһең һуң? Әллә икенсе синыфҡа күсә алманыңмы?" – тип һорғас, Наиль "күстем,"– тип яуап биргән.
–Күскәс, ниңә шулайтып әйтмәнең атайыңа? –тиһә, Наил:
– Мин бит сәүит балаһы. Нисек язалаһалар ҙа мин түҙергә өйрәнегә тейеш! Донъя хәлен белеп булмай! – тип кенә яуап биргән.
Риф Ғәбитов,
Башҡортостандың халыҡ артисы.