+9 °С
Облачно
Яңылыҡтар
10 Марта 2022, 06:03

Яңы түләүҙәр билдәләнә

Быға тиклем Рәсәйҙә ете йәшкә тиклемге балалары булған аҙ килемле ғаиләләргә дәүләт тарафынан айлыҡ түләүҙәр булдырылғайны. Бөгөн Президент Владимир Путин 8 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға лә дәүләт ярҙам итәсәк, тип белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы түләүҙәр билдәләнәЯңы түләүҙәр билдәләнә
Яңы түләүҙәр билдәләнә

Сара 1 апрелдән индереләсәк һәм 8 - 16 йәшлек балалары булған бөтә аҙ килемле ғаиләләр майҙа дәүләт түләүҙәрен ала башлаясаҡ. Был турала Владимир Путин 8 март менән видеоҡотлауында әйтте. Ул, ғаиләләрҙе яҡлау - дәүләт өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш, тип билдәләп үтте.

РФ Финанстар министры Антон Силуанов белдереүенсә, был түләүҙәр өсөн ҡаҙнанан 455 миллиард һум аҡса бүленәсәк. 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас