Сарала сығарылыш синыфы уҡыусыларының атай-әсәйҙәре ҡатнашасаҡ. Акция ваҡытында улар БДИ-ның нисек барыуын башынан аҙағынаса үҙҙәре күрә аласаҡ. Быйыл математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханының ҡыҫҡартылған төрөн тапшырып ҡарарға тәҡдим ителә.
"Бергәләп тапшырабыҙ: ата-әсәләр менән БДИ тапшырыу көнө" сараһында ҡатнашыу өсөн ғаризалар 16 март 17.00 сәғәткә тиклем Ivanova.IV@bashkortostan.ru, электрон адресы буйынса ҡабул ителә. Исем-шәрифеңде тулыһынса, эшләгән урыныңды, телефон һандарын яҙырға кәрәк.
Сара Өфөләге Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында үтәсәк. Адресы: Cтепан Кувыкин урамы, 100.