-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Март 2022, 13:48

Ҡаршы алығыҙ: буранай һаны!

“Аманат” журналының буранай һанын көтә-көтә арып киткәнһегеҙҙер инде? Оҙаҡламай ул килеп етер, бер аҙ ғына сабыр булығыҙ, яраймы? Әлегә беҙ һеҙгә, ғәҙәттәгесә, сер тоҡсайын тишә торайыҡ – журналда ниҙәр барлығы тураһында бәйән итәйек.

Ҡаршы алығыҙ: буранай һаны!
Ҡаршы алығыҙ: буранай һаны!

“Аманат”ты конкурс-уйындарһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмай. Улар шул тиклем күп! Был юлы “Оҙонсәс” конкурсына йомғаҡ яһалды һәм унда бик күп ҡыҙҙар араһынан Салауат районы Малаяҙ ауылы ҡыҙыАлина Шәйәхмәтова еңеүсе булды һәм журналыбыҙҙың тышлығын биҙәне!

Журналдың буранай һанында шулай уҡ  “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеләренә ебәрелгән гәрәбәгә тиң матур әҫәрҙәр донъя күрҙе.

Лира Әхмәт-Яҡшыбаеваның “Әсәйем бул!” хикәйәһе баҫылды. Оҡшатып уҡырһығыҙ тип уйлайбыҙ Алла бойорһа!

Харис Шәрипов беҙгә бик ҡыҙыҡлы “Сәпит” тип исемләнгән хәтирәләрен яҙып ебәргән.

Был һанда постерҙа ниндәй йондоҙ сығыуы  әлегә сер булып ҡалһын. Йондоҙмо ул, әллә йондоҙҙармы? Бер-нисә көндән күрерһегеҙ!

Сер тигәс тә, “Мәңгелек сер”ҙе онотоп ҡалдыра яҙғанбыҙ ҙа инде! Был рубрикала Рәлиә исемле серҙәшебеҙгә Рөстәм ни өсөн һалҡын һыу ҡойғаны тураһында уҡып сыҡҡас барыһын да белерһегеҙ.

“Спорт” рубрикаһында Сәлимә апайығыҙ ХХIV Олимпия уйындары тураһында яҙып китте. Ә һеҙ дуҫтар беләһегеҙме, беҙҙең ил спортсылары дөйөм миҙалдар һаны буйынса икенсе урынға сыҡҡанын! Журналды ҡулығыҙға алғас та уҡып сыға һалырһығыҙ, килештекме?

 “Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Шәүрә Дилмөхәмәтова менән танышырһығыҙ.

“Башҡорт тарихы” рубрикаһы был юлы “Милләт әсәһе” – тип аталған мәҡәләне уҡырһығыҙ. Һамар башҡорто Рабиға Ҡушаева ни өсөн “Милләт әсәһе” тигән юғары исем йөрөткәнен уҡып сыҡҡас белерһегеҙ.

Дуҫтар! “Аманат” журналына арзан хаҡҡа яҙылыу бара. “Аманат”ҡа  379 ҺУМ 57 ТИН (ИНДЕКСЫ - П2706) менән 31 мартҡа тиклем яҙылырға була.

Башҡортостан Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүенсә, 1 февралдән 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғатҡа, шул иҫәптән – “Аманат”ҡа –  ваҡытынан алда яҙылыу кампанияһы башланды.

Ошо матур сара айҡанлы “Аманат” журналы редакцияһы үҙенең яҙылыусылары араһында конкурс ойоштора. Төп приздар – ФИТНЕС-ТРЕКЕР, сәс киптереүсе ФЕН.

Бының өсөн ни бары ике шартты үтәргә кәрәк:

“Аманат” журналына 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына 31 мартҡа тиклем яҙылырға;

Яҙылыу квитанцияһын amanat@yandex.ru электрон почтаһына, йәки https://vk.com/amanatrb ебәрергә.

Приздарҙы тура эфирҙа https://vk.com/amanatrb сайтында 31 март киске сәғәт 17.00 уйнатасаҡбыҙ.

 “Аманат” журналына республиканың бөтөн почта бүлексәләрендә, почтальондарҙа,  онлайн яҙылыу өсөн сайтҡа һылтанма: https://podpiska.pochta.ru/press/П2706 һәм Рәсәй почтаһының мобиль ҡушымтаһында яҙылырға була.

 “Аманат”ҡа арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ. Бүләкле булығыҙ, дуҫтар!

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: