

«Росреестр» идаралығы менән Башҡорт дәүләт аграр университеты араһында хеҙмәттәшлек итеү һәм кадрҙар әҙерләү буйынса килешеү төҙөлгән. Әлеге көндә 700-ҙән ашыу сығарылыш студенттары ведомство тармағында эшләй. Шулай уҡ декабрҙә «Росреестр мәктәбе» уҡыу лабораторияһы асылды. Рәсәйҙә геодезия һәм картография системаһы яңы һулыш ала. 2030 йылға тиклем «Киңлектәге мәғлүмәттәр милли системаһы» дәүләт программаһына ярашлы берҙәм һанлы платформа булдырыу күҙаллана.