+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март 2022, 09:17

Синоптиктар йылы килгәнен фаразлай

Мартта - шарт, тип халыҡ бушҡа әйтмәй. Буранай ҡоторона. Бындай ҡышҡы һыуыҡтар республикала ҡасан бөтәсәк?

Синоптиктар йылы килгәнен фаразлай
Синоптиктар йылы килгәнен фаразлай

Мартта - шарт, тип халыҡ бушҡа әйтмәй. Буранай ҡоторона. Бындай ҡышҡы һыуыҡтар ҡасан бөтәсәк?

Синоптиктар ошо аҙна аҙағында көндәр йылыта, тип фараз итә.

17 март, көндөң тәүге яртыһында һәм төндә 13 градус һалҡын, әммә көндөҙ 0-гә тиклем күтәреләсәк. 18 март -2 градусҡаса ғына төшәсәк.

Ял көндәрендә Башҡортостанда яҙғы һауа торошо килә. Көндөҙ 1 градус йылы булыуы фаразлана. Төндә -10 градусҡаса һалҡынайтасаҡ.

Март аҙағында һауа температураһы нулдән юғарыраҡ була.

 

Илүзә Айытбаева фотоһы. Бөрйән районы, Байназар ауылы. "Аманат"тың йәш хәбәрсеһе.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: