+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Март 2022, 21:16

Роспотребнадзор мәктәптәрҙә ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙе бөтөрөү тәҡдимен индерҙе

Анығыраҡ әйткәндә, һәр класты айырым кабинетҡа беркетеүҙе ғәмәлдән сығарырға.

Роспотребнадзор мәктәптәрҙә ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙе бөтөрөү тәҡдимен индерҙе
Роспотребнадзор мәктәптәрҙә ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙе бөтөрөү тәҡдимен индерҙе

Федераль Роспотребнадзор белгестәре белем биреү учреждениеларының санитар-эпидемиологик эш ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр проектын әҙерләгән. Ковидҡа ҡаршы ҡайһы бер сикләүҙәрҙе йомшартырға тәҡдим ителә. Анығыраҡ әйткәндә, һәр класты айырым кабинетҡа беркетеүҙе ғәмәлдән сығарырға.

ТАСС хәбәр итеүенсә, Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попованың 2020 йылдың 30 июнендәге ҡарарына ярашлы, мәктәптәргә һәр класҡа айырым кабинет беркетеү бурысы ҡуйылды.

Шулай уҡ санитар табиптар аттестация ваҡытында уҡыусылар араһында социаль арауыҡты һаҡлауҙы бөтөрөргә тәҡдим итте.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-03-22/rospotrebnadzor-predlozhil-otmenit-v-shkolah-nekotorye-antikovidnye-ogranicheniya-2738063

Автор: ИА "Башинформ"
Читайте нас