+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2022, 17:20

“Аманат”лы осрашыу

"Аманат" журналы ойошторған "Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр ижади конкурсында еңеүсе 6-сы синыф уҡыусыһы Хафизова Айнагөлгә Маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлеккә бүләк тапшырылды.

“Аманат”лы осрашыу
“Аманат”лы осрашыу

“Аманат”лы осрашыу

Мәктәбебеҙгә алыҫ араларҙы яҡынайтып, Өфө ҡалаһынан " Аманат" журналы хеҙмәткәрҙәре, яуаплы сәркәтип Зөбәржәт Яҡупова менән баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Бикбулатов килде.

"Аманат" журналы ойошторған "Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр ижади конкурсында еңеүсе 6-сы синыф уҡыусыһы Хафизова Айнагөлгә Маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлеккә бүләк тапшырылды.

Зөбәржәт Яҡупова, Шығай ауылында тыуып-үҫкән, ошо мәктәпте уҡып, артабанғы хеҙмәт  юлын "Пионер" журналы менән бәйләгән, ветеран-журналист Зиннәт Әминев тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уның һүҙҙәрен ҡеүәтләп, Сөнәғәтова Ғилемзада апай, уҡыусыларға яҡын ғына туғаны Зиннәт Әминевтың тормошо, ғаиләһе тураһында ентекләп таныштырып үтте. Бик оҙаҡ йылдар яуаплы сәркәтип вазифаһын башҡарып, “Пионер” тарихында яҡты эҙ ҡалдырған ауылдашыбыҙ, һуғыш ветераны Зиннәт Әминев менән ғорурландыҡ.

Осрашыу, уҡыусылар менән йәнле аралашып, бик күңелле барҙы. Рәзил Бикбулатов “Аманат”тың интернет сайттары, һүрәттәр һәм фотоконкурстары тураһында ла һөйләп үтте. Балалар журналдың йөкмәткеһе, төрлө конкурстары тураһында яҡынданыраҡ танышып ҡалманы, викторина һорауҙарына яуаптар бирҙе. Ә иң әүҙем уҡыусылар “Аманат”тан иҫтәлеккә бүләктәр алып ҡыуанды.

Килгән ҡунаҡтар мәктәп уҡыусылары өсөн республикабыҙҙа сыҡҡан берҙән-бер “Аманат” менән бәйләнеште өҙмәҫкә, төрлө конкурстарға ҡатнашып, журналға әүҙем яҙылырға саҡырҙылар.

Гөлсөм Урал ҡыҙы Йылҡыбаева,

Белорет районы Шығай мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

 

 

“Аманат”лы осрашыу
“Аманат”лы осрашыу
“Аманат”лы осрашыу
“Аманат”лы осрашыу
“Аманат”лы осрашыу
“Аманат”лы осрашыу
“Аманат”лы осрашыу
“Аманат”лы осрашыу
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: