+9 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
4 Апреля 2022, 07:35

Хәүефһеҙлек тураһында онотмағыҙ!

Яҙ етеүен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Яҙ үҙе менән хәүеф тә килтерә. Йылға-күлдәрҙә һыу күтәрелә. Ташҡында һәм боҙ киткәндә ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк. Матур күренеш булһа ла, хәүефһеҙлек тураһында ла оноторға ярамай! Яҙғы көндәрҙә һыу ятҡылыҡтары янына яҡын килергә ярамай. Боҙға ышанып икенсе ярға сығыу, боҙ өҫтөндә төрлө уйындар уйнау, боҙ ярсығына баҫып йөҙөү, кәмә-һалдарҙа йөрөү ҡәтғи тыйыла.

Хәүефһеҙлек тураһында онотмағыҙ!Хәүефһеҙлек тураһында онотмағыҙ!
Хәүефһеҙлек тураһында онотмағыҙ!

Яҙғы ташҡын һәм боҙ киткәндә тыйыла:
* һыу ятҡылыҡтары буйына сығырға;
* боҙ киткәндә йылға аша сығырға;
* боҙ тығылған ергә яҡын барырға;
* ярҙа торорға;
* күпер, плотина тирәһендә йыйылырға;
* йылға һәм башҡа һыу ятҡылығы тәрәнлеген үлсәргә;
*боҙ өҫтөндә йөрөргә.
Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ! Яҙын боҙ хәүефле! Һәр кем ҡотҡарыу хеҙмәттәре телефонын хәтерләргә тейеш: “01”, "101", "112".

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас