-19 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2022, 17:04

Тәртип таҙалыҡтан башлана

Тыуған яҡ, Тыуған ил, Тыуған ер һәр кем өсөн дә яҡын һәм ҡәҙерле. Юҡҡа ғына Тыуған ерҙе ғәзиз әсә менән тиңләмәйҙәр. Һәр кем үҙенең Тыуған иле, уның байлыҡтары һәм уңыштары менән ғорурлана. Ләкин тыуған ерҙе яратыу, уның байлыҡтары менән маҡтаныу ғына етмәй әле. Уның тураһында ҡайғыртырға, тәбиғи байлыҡтарын һаҡларға, уларҙы дөрөҫ файҙалана белергә лә кәрәк. “Ере байҙың - иле бай”, - тип әйтелә халыҡ мәҡәлендә лә. Беҙ барыбыҙ ҙа беләбеҙ: һуңғы йылдарҙа тәбиғәткә ҡарата битарафлыҡ күҙәтелә. Ата-бабаларыбыҙ ғәжәп үҙенсәлекле Уралда үҙенә мәңгелек төйәк тапҡан. Атайсалыбыҙҙа ер тетрәмәй, вулкан урғылмай. Ғәрәсәт-дауылдар ҡупмай. Төйәгебеҙ ғәжәп бай бит ул: үҙ халҡын тәьмин итерлек еләк-емеше, ҡош-ҡорто, кейек-йәнлеге, балығы, йорт-ҡаралта булыр ағасы, файҙалы ҡаҙылмалар – һәммәһен һанап бөтөү мөмкин түгел…Тәбиғәт йомарт, ул биргән байлыҡ иҫ китмәле. Әммә бөгөнгө көндә ошо гүзәл бай төбәгебеҙгә генә түгел, ә барлыҡ кешелек донъяһына ҡурҡыныс хәүеф – экологик һәләкәт янай.Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, тәбиғәт байлыҡтарын дөрөҫ файҙаланыу хәҙерге ваҡытта ҙур проблемаға әйләнде. Шулар араһында сүп-сар темаһы халыҡ өсөн мөһим булып ҡала.

Тәртип таҙалыҡтан башлана
Тәртип таҙалыҡтан башлана

Сүп-сар, бигерәк тә тормошта файҙаланырға тура килгән батарейкалар тирә-яҡ мөхиткә ҡурҡыныс янай. Шуға күрә лә дуҫтарым,көн һайын осраған ҡалдыҡтарҙың һәр төрө менән дөрөҫ эш итә белергә өйрәнергә кәрәк һеҙгә.

Ябай ғына күренгән батареяларҙы башҡа ҡалдыҡтар менән бергә түгел, ә айырым йыйып барырға кәрәк.  Бына Өфө урамдарында ла махсус контейнерҙар ултыртылған. Быйыл 1 тонна 300 киллограм батарея, үткән йыл 3 тонна хәүефле ҡалдыҡ йыйылған икән.

Сүп-сарҙы уйланмайынса ташлау дөрөҫ түгел. Ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлеп утилләштерергә тырышығыҙ. Батарейкаларҙа быстратыусы матдәләр, шул иҫәптән консерогендар күп. Шуға күрә батареяларҙы айырым йыйып барыу кәрәк.

Һәр кем был эшкә етди һәм яуаплы ҡараһа тирә яғыбыҙҙа, дөйөм өйөбөҙҙә, йортобоҙ таҙа булһа, күңелдәребеҙ ҙә сафланыр, яҡтырыр, йәшәүе лә күңеллерәк булыр.

Әйткәндәй, ташланған бер батарейка 20 квадрат метр майҙан ерҙе ауыр металдар менән зарарлай. Ошо хаҡта онотмағыҙ, дуҫтар!

Беҙҙең бурысыбыҙ – ошо тәбиғәт байлыҡтарын, тыуған яғыбыҙҙың матурлығын һаҡлауға барлыҡ көсөбөҙҙө һалыу, тыуған еребеҙгә оло хөрмәт менән ҡарау.Ҡоштарға осор өсөн – ҡанат, үләндәргә үҫер өсөн – тупраҡ, балыҡтарға йөҙөр өсөн – һыу, ә кешегә йәшәр өсөн үҙ тыуған иле кәрәк.Ғәзиз төйәгебеҙ булған Башҡортостаныбыҙ биҙәктәрен киләсәк быуынға күҙ ҡараһылай һаҡлап, тапшырайыҡ. Мин бәхетлемен икән был ерҙә, киләсәк быуындарыбыҙ ҙа шулай уҡ бәхетле булыр, тип ышанам.

                                                                       Сәлимә ҠАРАНАЕВА әҙерләне.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: