-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2022, 15:26

«НТО таланты» абитуриенттар өсөн һанлы портфолио конкурсы

Конкурстың сайтына төрлө олимпиадаларҙа, проект мәктәптәрендә, конкурстарҙа, онлайн-курстарҙа өлгәшкән ҡаҙаныштарың тураһында мәғлүмәт һалырға кәрәк. Барлығы 900-гә яҡын сара иҫәпкә алына. Конкурс еңеүселәре һәм призёрҙары Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарына ингәндә 10 балл алыу мөмкинлегенә эйә. Бәйге ете йүнәлеш буйынса уҙа: «Python телендә  программалау», «Комплекслы инженерлыҡ мәсьәләләрен хәл итеү», «Программалы робот техникаһы», «Яһалма интеллект», «Мәғлүмәти хәүефһеҙлек, "Проект эшмәкәрлеге" һәм "Тикшеренеү эшмәкәрлеге".

«НТО таланты» абитуриенттар өсөн һанлы портфолио конкурсы
«НТО таланты» абитуриенттар өсөн һанлы портфолио конкурсы

Үткән йылдарҙағы төрлө дипломдарың һәм таныҡлыҡтарың күберәк булған һайын һәйбәтерәк, уҡыусы теге йәки был компетенцияға эйә булыуын раҫлап, шул тиклем күберәк балл аласаҡ. Һәр компетенция буйынса рейтинг лидерҙары конкурс еңеүселәре һәм призерҙары буласаҡ.

Быйыл «НТО таланты»нда Милли технологик башланғыс түңәрәк хәрәкәте ойошторған Милли технологик олимпиада, проект мәктәптәре, «Киләсәк мәктәптәре» хакатондары ла, шулай уҡ партнерҙарҙың саралары ла иҫәпкә алына. Мәҫәлән, «Оло саҡырыуҙар», «Һанлы алға китеш», «Планета буйынса дежурный» конкурстары, робот техникаһы буйынса ярыштар, юғары уҡыу йорттары олимпиадалары, ғилми конференциялар.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас