-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2022, 08:34

Бер миллион һум аҡса алырға мөмкин

Башҡортостанда «Ауыл уҡытыусыһы» программаһында ҡатнашыусыларға бер миллион һум аҡса алырға мөмкинлек бар.

Бер миллион һум аҡса алырға мөмкин
Бер миллион һум аҡса алырға мөмкин

Башҡортостандың Мәғариф министрлығында белдереүҙәренсә, «Ауыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итеү 2022 йылдың 15 апрелендә тамамлана.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 2022 йылда ауыл еренә, эшселәр ҡасабаһына, ҡала тибындағы ҡасабаға, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаға эшкә ҡайтҡан 44 уҡытыусыға 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләнә.

Тулыраҡ мәғлүмәтте бында белергә мөмкин.

Бынан алда Башҡортостанда «Ауыл уҡытыусыһы» программаһының 2023 йылға ҡәҙәр оҙайтылыуы билдәле булды. Тәүҙә ул 2022 йылға тиклем планлаштырылғайны.

Республикала «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы 2020 йылдан эшләй.

Рәзил Бикбулатов фотоһы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-04-06/v-bashkirii-uchastniki-programmy-zemskiy-uchitel-mogut-poluchit-po-1-mln-rubley-2758200 

Автор: ИА "Башинформ"
Читайте нас