+9 °С
Облачно
Яңылыҡтар
12 Апреля 2022, 07:18

Өфөлә II «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы эштәре күргәҙмәһе асыла

#МиллиКейемКөнө2022, #ДеньНациональногоКостюма2022. Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө сиктәрендә 15 апрелдә Өфөлә II «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе асыла һәм «Халыҡ кейеме интерпретацияһы проблемаһы» темаһына түңәрәк өҫтәл була.

Өфөлә II «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы эштәре күргәҙмәһе асылаӨфөлә II «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы эштәре күргәҙмәһе асыла
Өфөлә II «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы эштәре күргәҙмәһе асыла

Экспозицияла Өфө, Мәскәү, Сибай ҡалаларынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Башҡортостандың Архангел, Балаҡатай, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле, Туймазы, Учалы райондарынан финалсыларҙың, оҫталарҙың, костюмдар буйынса рәссамдарҙың һәм дизайнерҙарҙың эштәре тәҡдим ителә.

Күргәҙмә Милли музейҙа 29 апрелгә тиклем эшләй.

Фән һәм практика вәкилдәрен халыҡ кейемен реконструкциялау һәм трансформациялау, эшлекле бәйләнештәр булдырыу, фәнни һәм практик ҡаҙаныштар менән алмашыу, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен реаль практикаға индереү мөмкинлектәрен тикшереү мәсьәләләренә киңерәк йәлеп итеү өсөн 15 апрелдә Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында түңәрәк өҫтәл ойошторола.

Унда ҡатнашыу өсөн мәҙәниәт һәм халыҡ художество кәсептәре өлкәһендәге белгестәр: билдәле этнографтар, рәссам-дизайнерҙар, ошо өлкәлә эшмәкәрлек алып барған йәмәғәт ойошмалары һәм берекмәләре вәкилдәре саҡырыла. Түңәрәк өҫтәл онлайн һәм офлайн үткәрелә.

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас