«Беҙ Тәлғәт Тажетдин, Никон, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин менән кәңәшләштек тә, Иҫкә алыу һәм ихтирам көнөн 30 апрелдә үткәрергә кәрәк тигән фекергә килдек», — тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 апрель — оҙайлы ялдарҙың тәүге көнө. Был көндө Башҡортостанда йәшәүселәр, ниндәй дин тотоуына ҡарамаҫтан, зыяраттарҙы тәртипкә килтерә.
сығанаҡ: башинформ