Бөтә Рәсәй Экология форумын асыу тантанаһында улар үҙҙәре эшләгән «Ҡурай-парк» проектын тәҡдим иткән. Республика Башлығы Радий Хәбиров йәш экологтарҙың идеяһын ныҡ оҡшатҡан. "Уны ҡайһы ерҙә тормошҡа ашырырға мөмкин булыуын уйларға кәрәк", — тигән. Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.
— Ете тажлы ҡурай сәскәһен хәтерләткән «Ҡурай-парк» ғаилә менән ял итеү өсөн бүленгән ете экологик өлөштән тора. Был зоналарҙа нимәләр буласағы хаҡында ентекле уйландыҡ һәм шундай ҡарарға килдек: урам кинотеатры, төрлө саралар өсөн сәхнә, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, йәйәүлеләр өсөн урын да булырға тейеш. Шулай уҡ тирә-яҡты йәшелләндереү мотлаҡ. Ҡыҫҡаһы, был паркҡа килгән һәр ғаилә ағзаһы ялын күңелле итеп үткәрә аласаҡ. Миловка һәм Дмитриевка ауылдары араһында бер матур, тыныс урын бар. «Ҡурай-парк»ты шунда эшләһәләр, бик шәп булыр ине, — ти Әҙилә менән Милена.
Ҡыҙҙар Өфөнөң Затон биҫтәһендәге «Елкән» балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнә.