-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель 2022, 10:10

Велосипедта нисек хәүефһеҙ йөрөргә?

Велосипедта йөрөү һәр кемгә оҡшай. Был һаулыҡ өсөн дә файҙалы. Ләкин велосипедта йөрөүҙен хәүефле булыуын оноторға ярамай. Айырыуса автомобиль юлдарынан йөрөгәндә һаҡ булырға кәрәк.

Велосипедта нисек хәүефһеҙ йөрөргә?
Велосипедта нисек хәүефһеҙ йөрөргә?

Велосипедта йөрөү һәр кемгә оҡшай. Был һаулыҡ өсөн дә файҙалы. Ләкин велосипедта йөрөүҙен хәүефле булыуын оноторға ярамай. Айырыуса автомобиль юлдарынан йөрөгәндә һаҡ булырға кәрәк. Оло юлға сыҡҡан саҡта велосипедтын төҙөк булыуы һәм юл ҡағиҙәләрен белеүе моһим. Төҙөклөккә килгәндә, тәгәрмәстен тыны тейешле итеп тултырылған, тормоз төҙөк, тапшырыу сылбыры таҙа булырға тейеш. Велосипедтын ултырғысын үҙеңә уңайлы итеп көйләргә кәрәк.

Велосипедта йөрөгәндә күҙгә ташланып торған төҫлө кейем кейергә кәңәш ителә, ә аяҡ кейеме уңайлы булһын. Сылбырға йә тәгәрмәскә балаҡтарын уралмаһын өсөн, шорты йәки балағы ҡыҫҡа башҡа кейем кейеү мөһим.

Велосипедтан ҡолаусыларҙың күпселеге баш-мейе йәрәхәте ала, шуға күрә шлем кейеп йөрөү зарур. Күҙҙе лә һаҡлау хаҡында оноторға ярамай. Уның өсөн махсус күҙлек кейеү кәңәш ителә.

Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк. Өфө урамдарында күп осораҡта үҫмерҙәр велосипедтан төшмәйенсә «зебра»нан сыға, ә был ҡәтғи тыйыла. Сөнки велосипедты этеп сыҡһаң һин йәйәүле, ә руль артында булһаң – һин транспорт йөрөтөүсе! Автомобиль ҡапыл туҡтай алмай, шуны иҫтә тотоғоҙ.

Һеҙ меломан икән, велосипед йөрөткәндә наушник менән музыка тыңлаһағыҙ яҡынлашып килгән машинаны ишетмәйәсәкһегеҙ. Шулай уҡ ҡапыл бипылдатһалар, көйәләнмәгеҙ. Автомобилист һеҙҙе аҙаҡҡы мәл күреп ҡалғанын аңлағыҙ. Ҡала урамдарында һәм подъезд алдында йыш осорай торған күренеш – ул велосипед йөрөтөүсенең туҡтаған машинаның ҡапыл асылған ишегенә төкөү. Мөмкинселек булғанса тиҙлекте кәметеү һәм урап үтеү кәңәш ителә.

Юлды икенсе велосипед менән бүлешергә тырышмағыҙ. Төкөшөү йәки юлдан төшөп китеүе ихтимал. Минең Наил улым менән үткән йыл фәжигәле хәл булды. Өфөнөң Затон биҫтәһенең «Тулҡын» ял паркында велосипедта йөрөгәндә беҙҙең ҡаршыға велосипедта бәләкәй ҡыҙ килеп сыҡты. Велосипед юлы «Тулҡын»да бик тар. Наил алда, мин арттараҡ килә инем. Теге ҡыҙ ҡапыл Наилдың ҡаршыһына сыҡты ла ҡуйҙы. Төкөшһәләр ҡыҙыҡай менән нимә булғанын белеп булмаҫ ине, сөнки Наилдын велосипеды ҡаршы килгән баланыҡынан ике тапҡырға ҙур. Ләкин улым ысын ир-егет кеүек үҙен күрһәтте! Һулға борор ине, унда ике ҡатын бала арбаһын этеп килә, шуға ҡапыл уңға борҙо ла бейек юлдан аҫҡа табан осто. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы һул ҡулын һындырҙы. Йәйге каникулының ике айын гипста йөрөнөк, өсөнсө айы – реабилитация. Ә теге ҡыҙ артабан килгән ҡаршы юл йүнәлеше буйлап китеп тә барҙы. Минең башта бер генә һорау үтеп китте: Ҡайҙа икән был ҡыҙ баланын ата-әсәләре? Нишләп уны хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә берәү ҙә өйрәтмәгән икән?

Ҡыҙыҡай килгән велосипедтын тиҙлеге шәп ине шул. Шуға йейәүлеләр юлынды, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары янында тиҙлекте мөмкин булғансы тубәнәйтеү кәрәк. Һаҡланғанды хоҙай үҙе һаҡлар.

 

Рәзил БИКБУЛАТОВ.

Автор: Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас