+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель , 10:35

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты кем уҡыясағы билдәле булды

23 апрелдә онлайн һәм офлайн форматта «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2022» акцияһы уҙғарыла.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты кем уҡыясағы билдәле булды
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты кем уҡыясағы билдәле булды

23 апрелдә онлайн һәм офлайн форматта «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2022» акцияһы уҙғарыла. Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан юлдаш телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:

- 11:00- 11:25 – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр өсөн;

- 11:30- 12:00 – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн;

- 12.05- 12.30 – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙғандар өсөн.

Башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн диктантты Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, телде яңы өйрәнә башлағандар өсөн иһә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе Мирас Ишдәүләтов уҡый.

Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн – М. Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гүзәл Нуриева.

Ҡатнашыусыларҙың диктантты өйҙә яҙыу мөмкинлеге лә бар. Һуңынан диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, 2022 йылдың 24 апреленә тиклем төнгө 12 тулғансы) bashdictant2022@mail.ru электрон почтаһына йәки телеграм-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot ебәрергә кәрәк.

Төп офлайн-майҙансыҡтар Башҡорт дәүләт университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында һәм Башҡортостандың Милли музейында ойошторола. Өҫтәмә офлайн-майҙансыҡтар исемлеген сайтта ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ сайтта үҙеңдең офлайн-майҙансығыңды теркәү мөмкинлеге бар. Теркәлгәндән һуң улар «Бөтә майҙансыҡтар» бүлегендә күренә.

Ойоштороусылар башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашыусыларҙың барыһынан да акция барышында төшкән фотоларын #БашДиктант2022 #башҡорттелендәдиктант хештегы менән социаль селтәргә һалыуҙарын һорай.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-04-18/stali-izvestny-osnovnye-diktatory-mezhdunarodnogo-diktanta-po-bashkirskomu-yazyku-2773689

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас в