+10 °С
Болотло
Рәсәй уҡыусылары тарихты 1 кластан өйрәнә башлай. Илдең мәғариф министры Сергей Кравцов ошо турала белдерҙе.
«Тарихи хәтерҙе һаҡлау өсөн барыһын да эшләрбеҙ. Мәктәптәрҙә тарихи белем биреүҙе беренсе кластан уҡ башларға тигән ҡарар ҡабул иттем», — тине Кравцов «Хәҡиҡәттә — көс!» бөтә Рәсәй мәктәп тарихи форумында.
Хәҙерге ваҡытта мәктәптәрҙә был фән бишенсе кластан өйрәнелә.