+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Апрель , 08:44

Мәктәптәрҙә «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын үткәреү көнө раҫланды

Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев баш ҡала мәктәптәрендә «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын уҙғарыу көнөн раҫланы – 25 май. Тейешле документ мэрияның сайтында баҫылған.  

Өфө райондары хакимиәттәре башлыҡтарына, Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәгенә, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығына, Янғын һағы идаралығына, Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше бүлегенә Һуңғы ҡыңғырау байрамын үткәргәндә уҡыусылар араһында хоҡуҡ боҙоу осраҡтарына юл ҡуймау, уларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау йәһәтенән саралар күреү бурысы йөкмәтелгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Һуңғы ҡыңғырау» байрамында Башҡортостанда «ҡоро закон» ғәмәлдә. Был көндө республикала сығарылыш уҡыусыларына спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла. Әлеге закон республикала 2017 йылда ғәмәлгә инде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-04-20/v-ufe-utverdili-datu-poslednego-zvonka-v-shkolah-2776877

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас в