+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель , 08:34

Республикала йылытыу миҙгеле тамамлана

21 апрелдән Сибайҙа  халыҡтың ғаризалары буйынса йорттарҙа, шулай уҡ социаль тәғәйенләнештәге, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф объекттарында йылы биреү туҡтатыла башланы.

Республикала йылытыу миҙгеле тамамлана
Республикала йылытыу миҙгеле тамамлана

Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында йылытыу миҙгеле аҙағына яҡынлаша.

21 апрелдән Сибайҙа  халыҡтың ғаризалары буйынса йорттарҙа, шулай уҡ социаль тәғәйенләнештәге, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф объекттарында йылы биреү туҡтатыла башланы. Тейешле ҡарарҙы ҡала хакимиәте ҡабул итте.

Баш ҡала мэрияһы хәбәр итеүенсә, Өфөлә киләһе аҙнаның аҙағында — 28-29 апрелдә торбаларға йылы биреү туҡтатыла. Башҡа ҡалаларҙа был һауа торошона ҡарап хәл ителә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, биш көн рәттән уртаса тәүлек һауа температураһы +8°C булһа, йылытыу миҙгелен тамамлау тураһындағы ҡарар ҡабул ителә.

Рәзил Бикбулатовтың фотоһы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-04-21/v-bashkirii-zavershaetsya-otopitelnyy-sezon-2778816

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас в