+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2022, 20:28

«Онотмаһын беҙҙе лә Тыуған ил!»

Бөгөн, 18 май көнө, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы ойошторған «Онотмаһын беҙҙе лә Тыуған ил!» музыкаль-әҙәби кисә үтте.

«Онотмаһын беҙҙе лә Тыуған ил!»
«Онотмаһын беҙҙе лә Тыуған ил!»

Бөгөн, 18 май көнө, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы ойошторған «Онотмаһын беҙҙе лә Тыуған ил!» музыкаль-әҙәби кисә үтте. Уҡыусылар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Мәлих Харис, Бәҙрүш Моҡамай, Төхвәт Морат, Мөхәмәтйәров Хәй, Мазһар Абдуллин, Ғайса Йосопов кеүек яугир шағирҙарҙың тормош юлы һәм ижады менән танышты. Белемдәрен интерактив викторинала тикшерҙе, шиғыр уҡыу бәйгеһендә оҫталыҡтарын күрһәтте. Викторинала һәм шиғыр бәйгеһендә еңеүселәргә Милли әҙәбиәт музейы иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Сара барышында «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!» күргәҙмәһе эшләне. Кисәне музыкаль яҡтан билдәле йырсы, ҡурайсы Юнир Һағынбаев, гимназияның «Тамыр» йыр ансамбленә йөрөгән 6-сы класс уҡыусылары биҙәне. Музыкаль флешмобта «Шайморатов генерал» йырын тамашасылар Юнир Һағынбаевҡа ҡушылып башҡарҙы. Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы араһында рәсми рәүештә артабанғы хеҙмәттәшлек өсөн килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы етәкселегенә, сараны ойошторорға ярҙам иткән уҡытыусыларға, кисәлә әүҙем ҡатнашыусы балаларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

«Онтомаһын беҙҙе лә Тыуған ил!»
«Онтомаһын беҙҙе лә Тыуған ил!»
«Онтомаһын беҙҙе лә Тыуған ил!»
«Онтомаһын беҙҙе лә Тыуған ил!»
«Онтомаһын беҙҙе лә Тыуған ил!»
«Онтомаһын беҙҙе лә Тыуған ил!»
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: