+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2022, 13:05

Йондоҙҙар парады-2022

Бөрйән районының Яңы Собханғол мәктәбендә, хәҙер инде традицияға әүерелгән, йондоҙҙар парады үтте. Был сарала төрлө предмет олимпиадалары һәм конкурстары еңеүселәре, ижади, техник, спорт һәм башҡа йүнәлештәрҙә алдынғылыҡты бирмәгән уҡыусылар тәбрикләнде.

Йондоҙҙар парады-2022
Йондоҙҙар парады-2022

Бөрйән районының Яңы Собханғол мәктәбендә, хәҙер инде традицияға әүерелгән, йондоҙҙар парады үтте. Был сарала төрлө предмет олимпиадалары һәм конкурстары еңеүселәре, ижади, техник, спорт һәм башҡа йүнәлештәрҙә алдынғылыҡты бирмәгән уҡыусылар тәбрикләнде. Байрамға ветеран уҡытыусылар,ата-әсәләр комитеты ағзалары саҡырылғайны.
Тәүҙә тантаналы кисәлә ҡатнашыусыларға мәктәп директоры Кинйәбаев Факил Фәрзәт улы,уҡыу-уҡытыу эштәре етәксеһе Ғәлиева Алһыу Айҙар ҡыҙы һәм тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Мортазина Гөлсәсәк Зөфәр ҡыҙы ҡотлау һүҙҙәрен һәм йылы теләктәрен еткерҙеләр, мәктәп администрацияһы исеменән Маҡтау ҡағыҙҙары һәм йондоҙ-миҙалдар тапшырып үттеләр.
Тантаналы сара «Ҡойонсаҡ» һәм «Сулпылар» йыр-бейеү төркөмө ҡыҙҙарының сағыу сығышы менән аралашып барҙы.
Бына сәхнә түренә республика күләменә сыҡҡан иң сағыу йондоҙҙар саҡырылды.
Бына улар: Кинйәбаева Хазина, Зиянбаева Айгөл, Зиянбаева Лиана,Ҡулбирҙин Айназ.
Был уҡыусыларҙа ветеран уҡытыусылар Иҫәнғужина Ләлә Рәүф ҡыҙы,Йортбағишева Рәүилә Рәшит ҡыҙы,Нурғәлина Рәсимә Әкрәм ҡыҙы һәм Мырҙабаева Рәмзиә Әнүәр ҡыҙы үҙҙәренең шәхси премияларын тапшырып үттеләр. Шулай уҡ һәләтле һәм уңған уҡыусыларға район мәғариф бүлегенән Дәүләтҡужина Айһылыу Рәсүл ҡыҙы һәм китапханасы Күсәпова Филиә Йосоп ҡыҙы, мәҙәниәт йорто етәксеһе Зиянбаева Гөлдәр Шәрифйән ҡыҙы ҡотлауҙарын еткерҙеләр,бүләктәрен дә тапшырҙылар.
Әлбиттә, уҡыусыларҙың барлыҡ уңыштарының нигеҙенә уҡытыусы хеҙмәте һалынған. Һәр баланы йондоҙ итеп балҡытыусы ла ул- уҡытыусы.
Йондоҙҙар күктә генә түгел,ерҙә лә балҡыһын!


Рәмзиә Мырҙабаева

Йондоҙҙар парады-2022
Йондоҙҙар парады-2022
Йондоҙҙар парады-2022
Йондоҙҙар парады-2022
Йондоҙҙар парады-2022
Йондоҙҙар парады-2022
Йондоҙҙар парады-2022
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: