

Өфөлә хоспис төҙөлә. Был ҡарарҙы төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡабул иткәйне. Сөнки йәмәғәтселәр, төрлө фонд вәкилдәре, ауыр сирле пациенттар һәм уларҙың ғаиләләре оҙаҡ йылдар дауамында республикала махсус социаль объект кәрәклеген белдерә килде. Хоспис тулыһынса хәйриә иғәнәһе – ойошма, предприятиелар һәм халыҡтан йыйылған аҡса иҫәбенә төҙөлә. Хоспис хәрәкәте үҫешенә беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алабыҙ. Иғәнәләрҙе ошо https://ufahospice.ru/ һылтанма буйынса үтеп күсерергә мөмкин. Шулай уҡ смс ебәрергә була. Тулыраҡ мәғлүмәт видеороликта.
#помощь #хосписРБ