+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2022, 07:43

Мәктәптәрҙә 9 синыф уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.

Болондарҙа үҫкән ҡолонсаҡтар,Ҡай арала үҫеп еттегеҙ?Әле генә беренсегә килеп,Мәктәп һуҡмағынан үттегеҙ.

Мәктәптәрҙә 9 синыф уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.
Мәктәптәрҙә 9 синыф уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.

Үҫтегеҙ шул, балам , үҫтегеҙ...

Тулҡынланып, бер аҙ моңһоуланып,
Һыҙланып та ҡуя йөрәктәр.
Еҙ ҡыңғырау һуңғы моңон сыңлай,
Оҙатабыҙ теләп теләктәр.

Уҡытыусы, ә һуң уҡытыусы?!
Үҙ балаһы кеүек яратҡан!
Яратҡан да белем орлоҡтарын,
Түкмәй - сәсмәй һеҙгә таратҡан.

Ниҙәр теләһәк тә, аҙ тойола,
Етмәҫ төҫлө йылы һүҙҙәр ҙә.
Рәхмәтлебеҙ, һеҙгә рәхмәтебеҙ,
Һуғарылған беҙҙең күҙҙәрҙә.

Һынатмағыҙ тормош юлында ла,
Онотмағыҙ мәктәп йылдарын.
Лицейыбыҙ һағынып көтөп алыр
Ҡыҙҙарын һәм ғәзиз улдарын.

Алда әле Дәүләт имтиханы,
Юлдаш булһын бары уңыштар.
Аҡ юл һеҙгә, ғәзиз балаҡайҙар,
Алда көтә яңы офоҡтар.

(АЛЬБИНА МУЛЛАҒОЛОВА ИЖАДЫ)

Мәктәптәрҙә 9 синыф уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.
Мәктәптәрҙә 9 синыф уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: