+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2022, 08:34

Республика вуздарында нисә бюджет урындары буласаҡ?

Бюджет урындары йылдан-йыл арта. 2018-2019 уҡыу йылында улар 9992 генә ине.

Республика вуздарында нисә бюджет урындары буласаҡ?
Республика вуздарында нисә бюджет урындары буласаҡ?

Республика вуздары яңы уҡыу йылында абитуриенттар өсөн 13 465 бюджет урыны әҙерләгән. Был хаҡта «Объясняем. Башкортостан» телеграм-каналы хәбәр итте.

Бюджет урындары йылдан-йыл арта. 2018-2019 уҡыу йылында улар 9992 генә ине. 2023-2024 йылдарҙа 13 749 бюджет урыны планлаштырыла. 1,5 тапҡырға тиерлек артҡан. Популяр йүнәлештәр араһында — мәғариф һәм педагогика  (2371 урын), геология, тау, нефть-газ эше (925 урын), машиналар эшләү (870), информатика һәм иҫәпләү техникаһы (869), медицина (807).

2023-2024  уҡыу йылында Рәсәйҙә 590 меңдән ашыу студент бушлай уҡый башлай. Тиҙ арала импортты алмаштырыу өсөн һөнәрҙәргә баҫым яһала, һанлы иҡтисад өсөн әҙерләүгә айырым иғтибар бүленә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-05-18/vuzy-bashkirii-v-novom-uchebnom-godu-primut-na-byudzhetnye-mesta-13-465-abiturientov-2809005

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: