+19 °С
Облачно
Яңылыҡтар
23 Мая 2022, 11:53

"Геройҙар уҙышы"нда һин дә ҡатнаш!

Шишмә районының “Патриот” хәрби-патриотик парк майҙансығында 4 июнь "Геройҙар уҙышы" үтәсәк. 

"Геройҙар уҙышы"нда һин дә ҡатнаш!"Геройҙар уҙышы"нда һин дә ҡатнаш!
"Геройҙар уҙышы"нда һин дә ҡатнаш!

 "Патриот"та ҡороласаҡ ҡаршылыҡтар һыҙаты ике өлөштән торасаҡ. Тәүгеһе 5 саҡрымға һуҙылған, 25 ҡаршылығы бар. Унда балалар һәм үҫмерҙәр көс һынашасаҡ. Икенсе һыҙатта иһә өлкәндәр 5-8 саҡрым арала һыу ятҡылыҡтары, соҡорҙар аша үтеп ярашысаҡ. Бында күмәк кеше ҡатнашлығында спорт саралары, чемпионаттар уҙғарып та буласаҡ.  

 Трассаның дөйөм оҙонлоғо 10-12 саҡрымға етәсәк. Ул РФ Спорт министрлығының талаптарына яуап бирә һәм шуға ла спортсылар рәсми рәүештә шөғөлләнә һәм ярыша аласаҡ.

2 саҡрымға тиклемге һыҙат 6-12 йәшлек балалар өсөн ҡороласаҡ, унда 15 ҡаршылыҡ ҡуйыласаҡ. 

Ҡатнашырға теләүселәр өсөн www.gonkaufa.ru  сайтына кереп теркәлергә кәрәк.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас