+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Май 2022, 11:39

Самбо ярышы уҙҙы.

“ Себеште көҙ һанайҙар” –тиһәләр ҙә. Мәктәп тормошонда эштәрҙе май айында барлайҙар. Уҡыу йылы аҙағында һәр йыл һайын бөтә эшләп килгән түңәрәк, секциялар йомғаҡ яһай. Талбазы башҡорт гимназияһында малайҙар араһында БҮСМ ( ДЮСШ) балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең самбо буйынса Бөйөк Еңеү көнөнә арналған ярыш уҙҙы.

Самбо ярышы уҙҙы.
Самбо ярышы уҙҙы.
Синыфыбыҙҙа малайҙар ҡыҙҙарҙан ике тапҡырға күберәк. Ҡыҙҙарҙы
яҡлап һәм һаҡлап ҡына торабыҙ. Шуғалыр ҙа көслө булыр өсөн төрлө спорт
секцияларында шөғөлләнәбеҙ. Синыфташтарым Йәғәфәров Илнар һәм
Таһир, Мәүлитов Айгиз һәм Артем, Хәкимов Алмаз, Ибәтуллин Радим менән
1-се синыфтан алып самбоға йөрөйбөҙ. Тренерыбыҙ Ильясов Булат
Мирғәли улы самбонан тыш көрәш секцияһын да алып бара. Өлкән синыф
ағайҙарыбыҙ Назаров Байрас, Иҙрисов Эльвир, Сатлыҡов Искәндәр һәм
Нурислам күп тапҡыр Башҡортостан республикаһы чемпиондары, Рәсәй
беренселеге призерҙары беҙгә өлгө булып тора.
Улар кеүек киләсәктә уңыштарға өлгәшер өсөн ныҡышмаллыҡ,
тырышлыҡ, күнекмәләр кәрәк. Самбо ярышына килгәндә беҙ ҙә
һынатманыҡ. Үҙ ауырлыҡтарыбыҙҙа призлы урындар алдыҡ. Йәғәфәров
Илнар 1-се урын, мин 2-сеурын, Ибәтуллин Радим 3-сө урын алды.
Киләсәкә тағы ҙурыраҡ уңыштар теләйем малайҙарға. Йәйге ялда ла
сынығып, яңы көс йыйып килергә кәрәк.
Әлмөхәмәтов Ислам ,
Ауырғазы районы,
Талбазы башҡорт гимназияһынынң
4-се синыф уҡыусыһы
Самбо ярышы уҙҙы.
Самбо ярышы уҙҙы.
Самбо ярышы уҙҙы.
Самбо ярышы уҙҙы.
Автор:Ислам Әлмөхәмәтов
Читайте нас: