+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Май 2022, 12:15

Йондоҙло Олимп

Бына тиҙҙән уҡыу йылы ла тамамлана. Беҙ 4-се синыфты тамамлап бишенсегә күсәбеҙ. Башланғыс мәктәп менән хушлашыуы моңһоу булһа ла тиҙерәк урта звенола уҡығы, ҙур үҫке килә. Башланғыс синыфта уҡығанда бик әүҙем булдыҡ беҙ. Синыфташтарым араһында оҫта шиғыр һөйләүселәр ҙә, ҡурайҙа уйнаусылар ҙа, йырларға яратыусылар ҙа , спорт һөйөүселәр, оҫта итеп һүрәт төшөрөүселәр ҙә күп. Яңыраҡ ҡурайсы малайҙарыбыҙ Мәхәмәтшин Искндәр һәм Шөгөров Инсаф үҙҙәренең өлгөлө “Дуҫлыҡ” ҡурайсылар ансамбле менән Октябрский ҡалаһына ҡурай байрамына барып 2-се урын алып ҡайтһалар. Синыфыбыҙҙан 5 алдынғы уҡыусыға , республика кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа еңеп, призлы урын алғандары өсөн район мәҙәниәт йортонда “Һәләтле балалар слетында “ ҡатнашыу бәхете татыны.

Йондоҙло Олимп
Йондоҙло Олимп
Район мәҙәниәт йорто гөр килеп торҙо. Районыбыҙҙа һәләтле балалар
бик күп булып сыҡты. Уларҙы район хакимиәте башлығы Шәһәретдинов
Арслан Нәзир улы ҡотланы, ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡыусыларға премия
алыу өсөн сертификаттар тапшырҙы. Район мәғариф начальнигы Рөстәм
Әнүәр улы Ғиләзетдинов артабан да һынатмай, тырышып уҡырға, яңы
еңеүҙәр теләне. Килгән ҡунаҡтар уҡыу, спорт, конкурс еңеүселәрен
ҡотланы, бүләкләне. Гимназиябыҙҙан республика олимиадаһында
еңеүселәр, конкурс еңеүселәре, фәнни-ғәмәли конференцияла урын
алыусылар, милли көрәш, каратэ буйынса республика чемпиондары, Рәсәй
призерҙары, музыка өлкәһендә еңеүселәр саҡырылғайны.
Синыфташтарым оҫта һүрәт төшөрөүсе Байков Әҡсән, бик күп
конкурстарҙа еңеүсе , призер булған тырыш ҡыҙыбыҙ Брагина Снежанна,
үткер малайыбыҙ фәнни-ғәмәли конференцияла 1-се синыфтан бирле
беренселекте яулаусы Әлмөхәмәтов Ислам, бар ергә лә өлгөр “Аманат”
журналының йәш хәбәрсеһе Ғизәтуллина Карина һәм конкурстарҙа һәм
конференцияларҙа призлы урын алған өсөн мин дә саҡырылғайным.
Йондоҙҙар Олимпы бик матур үтте. Районыбыҙҙың өлгөлө “Шатлыҡ”
бейеселәре өҙҙөрә баҫып бейене, музыка мәктәбе уҡыусыларының
сығыштары, спорт мәктәбе гимнастары, район мәҙәниәт йортонда
шөғөлләнгән йырсы балалар сағыу сығыштар яһап байрамды йәнләндерҙе.
Йыл аҙағында ошондай йомғаҡ яһау бик кәрәк тип уйлайым мин. Йәй
буйына дуҫтарым көс йыйып , яңы уҡыу йылына дәртләнеп килһендәр.
Барыһына ла күңелле һәм файҙалы каникулдар теләйем .
Ғәлиева Әлиә,
Ауырғазы районы,
Талбазы башҡорт гимназияһының
4-се синыф уҡыусыһы.
Йондоҙло Олимп
Йондоҙло Олимп
Йондоҙло Олимп
Йондоҙло Олимп
Автор:Әлиә Ғәлиева
Читайте нас: