

"Бына, дуҫтар, ғүмер тигәнең. Шамонино ауылында, балалар йыйып эш башлап, бейеү ансамблен асып ебәреүгә 10 йыл һә тигәнсе үтеп тә киткән икән. Уйлап ҡараһаң әҙ ваҡыт түгел. Ошо 10 йыл эсендә байтаҡ балалар менән эш ителде. Тора бара иләк аша иләнеп балаларҙың иң сыҙамлы, иң тоғролары ҡала, ҡыҙғаныс булһа ла, башҡа ергә уҡырға китеүселәр ҙә бар, әммә ҡайҙа ла бейеүен дауам итеүҙәре ҡыуандыра. Һәр хәлдә, беҙҙең быйыл тәүге тулы составлы сығарылыш! Шулай итеп, 31 май, "Башҡортостан" концерт залы, Дармандың бәләкәсенән ҙурына тиклем бар төркөмдәре, үҙебеҙ ҡуйған һәм популяр бейеүҙәр менән ике бүлеклек концерт! Көтәбеҙ, дуҫтар, ғәйлә менән килегеҙ байрамға!" - тип яҙа үҙенең битендә матур тамашаға саҡырып Роберт Хәмиҙуллин