+15 °С
Ясно
Яңылыҡтар
26 Мая 2022, 05:06

Һауа торошо

Алдағы өс көндә Башҡортостанда һауа температураһы 21 градусҡаса күтәрелә, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан.

Һауа торошоҺауа торошо
Һауа торошо

Республика синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көн аяҙлы-болотло була. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 8-13 метр тиҙлектә иҫә.

Һауа температураһы көндөҙ +11, +16 градус.

27 майҙа яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан.

Һауа температураһы төндә +1, +6 градус, көндөҙ һауа 15-20 градусҡаса йылына.

28 майҙа Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көньяҡтан талғын.

Һауа температураһы төндә +7, +12, көндөҙ иһә +16,2+1 градус йылы була.

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас